6 декабрь, Шишәмбе

21 февраль 2011 йыл, 12:06

Башҡортостан энергосистемаһы айырым режимда эшләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан территорияһында, Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге кеүек, һыуыҡ һауа торошо һаҡлана. Республиканың айырым райондарында температура минус 39 градусҡа тиклем төшөүе күҙәтелде. Бөтөн төбәк буйынса уртаса температура кәмеүен дауам итә.

Шуның менән бәйле «Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бөтөн энергосистема буйынса «Һыуыҡ» режимы индерҙе. Ҡағиҙә булараҡ, бындай режим температура 25 градустан һыуығыраҡ булғанда индерелә. Предприятиеның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был температура нөктәһе ҡәтғи билдәләнмәгән, ә махсус режимды индереү ике факторҙың – һауа температураһының һәм ел көсөнөң – ҡушылыуына бәйле. Ел тиҙлеге секундына өс метрға тиклем көсәйеүе һыуыҡтың бер градусҡа артыуына тигеҙ. Төбәктә сағыштырмаса елһеҙ һауа торошон иҫәпкә алып, «Һыуыҡ» режимын индереү тураһында ҡарар республика буйынса уртаса һауа температураһы минус 30 градусҡа тиклем төшкәс ҡабул ителде.

«Һыуыҡ» режимында эшләү ҡайһы бер махсус ойоштороу һәм техник сараларҙы күҙ уңында тота. Һәр филиалда һәм ярҙамсы компанияларҙа эш режимы боҙола ҡалһа, уны кисекмәҫтән бөтөрөргә тейешле штабтар төҙөлдө, электростанцияларҙа, ҡаҙанлыҡтарҙа, электр һәм йылылыҡ селтәрҙәрендә персоналға кәрәкле инструктаж үткәрелде.

Ремонт-йүнәтеү бригадалары һәм бөтә махсус техника юғары әҙерлек һыҙығына килтерелде, был осорға объекттарҙа планлаштырылған ремонт-профилактика эштәре туҡтатып торолдо, электр селтәрҙәре топологияһына үҙгәрештәр индерелде.

Бөтөн был саралар бергә энергия системаһына ҡаты һыуыҡтар осорон хәүефһеҙ үткәреү мөмкинлеге бирергә тейеш.