6 декабрь, Шишәмбе

21 февраль 2011 йыл, 10:58

Балаларға пособиелар күләме үҙгәрҙе

автор: Ғәлиә Нәбиева

1 ғинуарҙан ваҡытлыса эшкә һәләтһеҙлек осрағына һәм әсәлек менән бәйле мотлаҡ социаль страховкалау средстволары иҫәбенә түләүҙәр күләме үҙгәрҙе. Башҡортостанда предприятиеларҙа страховкаланған ҡатын-ҡыҙҙар, район коэффициентын иҫәпкә алып, бала йәш ярымға еткәнгә тиклем бала ҡарау буйынса отпускыға китер алдынан һуңғы ике календарь йылда эшләгән урынындағы уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә айлыҡ пособие аласаҡ.  

РФ Социаль страховкалау фондының Башҡортостан буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, беренсе баланы ҡарау буйынса пособиеның минималь күләме 2523,49 һум тәшкил итә, икенсе һәм унан һуңғы балаларҙы ҡарау буйынса — 5046,97 һум. 2011 йылдың 1 ғинуарына тиклем тәғәйенләнгән бала ҡарау буйынса айлыҡ пособиеның иң ҙур күләме 13833,33 һум тәшкил итәсәк, быйыл 1 ғинуарҙан һуң – 13825,75 һум.  

Бала тыуғанда бер тапҡыр түләнә торған пособие күләме артты. Хәҙер ул 13458,60 һум тәшкил итә. Йөклөлөктөң иртә срогында медицина ойошмаһында иҫәпкә торған ҡатын-ҡыҙҙарға пособие — 504,70 һум.