3 декабрь, Шәмбе

21 февраль 2011 йыл, 10:25

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында «квадрат» хаҡы – 46,35 мең һум

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Һуңғы арала Өфөлә икенсел торлаҡ баҙарында хаҡтар 0,1 проценттан аҙ ғына күберәккә артты. Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһында бындай күсемһеҙ милектең бер квадрат метры 46,35 мең һумдан тәҡдим ителә.

Бер һәм күп бүлмәле фатирҙар 0,1 процентҡа ҡиммәтләнгән. Өс бүлмәлеләргә хаҡтар 0,2 процентҡа артҡан. Ике бүлмәле фатирҙар сегментында квадрат метрҙың хаҡы бер аҙнала үҙгәрешһеҙ ҡалған. Иң ҡыйбатлы, элиталы торлаҡ хәҙер «квадратына» уртаса 61,6 мең һумдан тәҡдим ителә.

«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәтенә ярашлы, бөгөн Өфөлә һатыуға сығарылған иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Был 45 квадрат метрлыҡ фатир К.Маркс урамында урынлашҡан. Иң ҡыйбат фатир 16,5 миллион һумға һатыла: Ағалы-энеле Кадомцевтар урамы, дүрт бүлмә, 175 квадрат метр.

Бүлмәләр сегментында иң арзан хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12,1 «квадрат». Иң юғарыһы – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.

Әлеге ваҡытта һатылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны — 450 квадрат метр.