6 декабрь, Шишәмбе

21 февраль 2011 йыл, 9:55

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың «БЮТ»телеканалына интервьюһы

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

— Рөстәм Зәки улы, ошо аҙнала Башҡортостандан Һеҙҙең етәкселектәге делегация VIII Халыҡ-ара Красноярск иҡтисади форумында булды. Ошо сәфәрҙең яҡынса йомғаҡтары ниндәй?

— Һәр иҡтисади форум, өҫтәүенә Красноярскиҙағы кеүек ҙур форум – ул, әлбиттә, осрашыуҙар, һөйләшеүҙәр үткәреү, төбәктәр менән дә, унда ҡатнашыусылар менән дә яңы мөнәсәбәттәр булдырыу майҙансығы. Байтаҡ ҡыҙыҡлы осрашыуҙар үткәреү мөмкинлеге булды. Минеңсә, яңы прозводстволар, республиканы үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр, ҡыҙыҡлы яңы бизнес-проекттар һәм тәҡдимдәр уларҙың һөҙөмтәһе буласаҡ.

Беҙ Францияның Рәсәйҙәге илсеһе Жан Де Глиниасти менән осраштыҡ. Осрашыу бик уңышлы булды. Эш шунда: илсе әфәнде үҙе менән Франциянан ярайһы уҡ ҙур ғына бизнесмендар төркөмөн алып килгән. Беҙ уларҙың һәр береһе менән тиерлек һөйләшеүҙәр үткәрҙек. Улар – республикабыҙҙа билдәлелек алған Alstom (“Альстом”), Auchan (“Ашан”) компаниялары. Уларға шулай уҡ һыуҙы һәм һыу сығанаҡтарын таҙартыу менән шөғөлләнеүсе Air Liquide (“Эр Ликид”), тау саңғыһы курорттары, ял өсөн махсус территориялар төҙөү менән шөғөлләнеүсе  Gorimpeх (“Горимпекс”) кеүек компаниялар  инә.  Бынан тыш, беҙ республикала асфальт япмаһын нығытыу өсөн төрлө өҫтәмәләр етештереү һәм файҙаланыу мөмкинлеге хаҡында һөйләштек. Ҡыҫҡаһы, осрашыуҙар бик күп булды. Илсе әфәнде беҙгә: “Франция бизнесы бик һаҡ, һайлансыҡ, ул тотороҡло, бизнес алып барыу өсөн асыҡ, үтә күренеүсән шарттар булған, ялған, урлашыуҙар булмаған ергә генә килә. Шуға күрә беҙ Башҡортостан етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, сөнки Франция бизнесмендары бизнесҡа ҡуйған юғары талаптарҙың республикала үтәләсәген беләбеҙ”, – тине. Бер үк ваҡытта мин республика менән Франция белгестәренең сәнәғәттәге  хеҙмәттәшлегендәге күптәнге тарихи традициялар хаҡында һөйләнем. Нефть эшкәртеү заводтарында Франция белгестәренең эшләүен яҡшы беләбеҙ. Улай ғына ла түгел, эре ҡоролмалар тап ошо ил инженерҙары тарафынан төҙөлгән. Франция белгестәре Өфө моторҙар эшләү берекмәһендәге автомобиль двигателдәре заводында ла эшләне, ошондай хеҙмәттәшлектең башҡа миҫалдары ла булды. Шуға күрә Франция бизнесы, Франция капиталы, Франция инженерҙары менән мөнәсәбәттәрҙе яңыртыу – тарихта яңы дәүер тип әйтергә мөмкин.

— Быйыл Башҡортостанда тәүге тапҡыр “Ҙур химия” халыҡ-ара форумы үткәреләсәк. Күләме буйынса был сараны Красноярск иҡтисади форумы менән сағыштырырға мөмкинме?

— Май аҙағында Өфөлә үтәсәк форумдың күләме буйынса эре халыҡ-ара майҙансыҡтар менән сағыштырырлыҡ булыуын теләр инек. Әлбиттә, бының өсөн күп эш башҡарырға, күп эшләргә кәрәк. Бер нәмә асыҡ: бөгөн байтаҡ эре фирмалар, предприятиелар, шул иҫәптән Франция, республикабыҙға ҙур делегация әҙерләй. Япондар, немецтар, Америка Ҡушма Штаттарынан һәм, әлбиттә, үҙебеҙҙең Рәсәй предприятиелары, Рәсәй компаниялары белгестәре саҡырылды. Үҙебеҙҙе   контракттар төҙөләсәк, һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ етди, эре майҙансыҡ итеп танытырға тейешбеҙ. Әлбиттә,  иң мөһим бурыс – юғары халыҡ-ара кимәлгә сығыу. Красноярскиҙа Рәсәй Федерацияһы төбәктәре вәкиллектәренең күплеген, сит ил фирмалары, инвесторҙарҙың аҙыраҡ булыуын күрҙек. Үҙебеҙҙең Рәсәй предприятиелары, шулай уҡ сит ил инвесторҙары һәм компаниялары вәкиллектәренең һис  юғында тигеҙ булыуын теләр инек. Минеңсә, шул саҡта маҡсатҡа өлгәшербеҙ.

— Красноярск крайы губернаторы менән осрашыуҙа һүҙ нимә хаҡында  барҙы? Ниндәй  килешеүҙәргә өлгәшелде?

— Беҙ Красноярск крайы менән, Башҡортостан Республикаһын күҙ уңында тотам, 2010 йылдың сентябрендә Сочи иҡтисади форумында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ. Был – хеҙмәттәшлектең төрлө формаларын күҙ уңында тотҡан ярайһы уҡ күләмле документ. Бөгөн, Красноярск крайы губернаторы менән осрашып, артабанғы аҙымдарҙы тикшерҙек. Беренсенән. Красноярск халҡында теплица шарттарында ауыл хужалығы культуралары етештереү ҙур ҡыҙыҡһыныу уята,  ул – помидор, ҡыяр, башҡа йәшелсәләр. Эш шунда: бөгөн Красноярск крайында бындай технологиялар Ҡытай белгестәре тарафынан үҫтерелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар пестицидтар, гербицидтарҙы күпләп ҡуллана, дөйөм алғанда, бындай продукция экологик яҡтан таҙа түгел. Беҙҙә “Алексеевка” совхозы, Туймазы, Шаран райондары теплицалары кеүек заманса хужалыҡтарҙың яҡшы эш өлгөләре бар. Тәжрибә уртаҡлашыу йәки беҙҙәге эре ауыл хужалығы структураларының береһенең филиалын асыу мөмкинлеге менән Башҡортостан Республикаһындағы эре хужалыҡтарҙың береһе һәм Красноярск ауыл хужалығы фирмаһы араһында килешеү төҙөү хаҡында тәҡдим яңғыраны. Артабан. Беҙ ағас эшкәртеү, торлаҡ төҙөү хаҡында һүҙ алып барҙыҡ. Электр энергетикаһы, энергияны һаҡлау йәһәтенән үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре хаҡында һөйләштек. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар. Улар Себер федераль университетын ҡайтанан асыу йәки ойоштороу буйынса яҡшы һәм ҡыҙыҡлы тәжрибәгә эйә. Мин хатта Себер федераль университетына барып хәлде өйрәндем. Ул бик ҡыҙыҡлы үҫә, лабораториялары, фекерҙәре бик ҡыҙыҡлы. Әйткәндәй, Красноярск, республикабыҙ кеүек үк һәр саҡ ҡыҙыҡлы төбәк булды. Ошо горизонталь бәйләнештәрҙән файҙаланыу, әлбиттә, беҙҙең өсөн актуаль.

— Күптән түгел Башҡортостанда республиканы үҫтереү корпорацияһы ойошторолдо. Инвесторҙар өсөн ыңғай шарттар булдырыуҙа уларҙың әһәмиәте ниндәй?

— Франция бизнесмендары менән осрашып, республикала инвестицион климаттың үҙгәреүе хаҡында һөйләштек. Был, иң элек, республика бизнесына инеү буйынса күп кенә процедураларҙы мөмкин тиклем ябайлаштырыуыбыҙға бәйле. Был – яҡшы. Шулай ҙа һәр төрлө хәлдә бизнесты башлау ҡыйын ғына түгел, ҡайһы саҡта оҙаҡ ваҡыт талап ителә. Был ваҡытты кәметеү өсөн Башҡортостан Республикаһын үҫтереү корпорацияһын ойошторҙоҡ. Ул “берҙәм тәҙрә” принцибы буйынса Рәсәй Федерацияһынан һәм сит илдәрҙән бизнесмендарҙың инвестиция проекттарын эшкә йәлеп итеүҙә һәм үҫтереүҙә оҙата барасаҡ. Бөгөн ойоштороу эштәре бара, беҙ ошо корпорацияның генераль директорын тәғәйенләйбеҙ. Уставтар билдәләнде һәм яҡын арала был структура эшен башлаясаҡ. Бизнес һәм инвесторҙар ҡурҡыусан. Улар махсус шарттар түгел, әммә бизнесты ойошторғанда башланғыс этаптағы сығымдарҙы кәметеүгә булышлыҡ иткән шарттар булдырыуҙы талап итә. Әлбиттә, был йәһәттән үҫеш корпорацияһы ярҙам итергә тейеш. Бынан тыш, беҙ республика һалымдарын түбәнәйтеү, ер эштәрен ойоштороуҙы еңеләйтеү, инвесторҙарҙың йыш ҡына ҙур ҡаршылыҡтар ҡорған төрлө структуралар менән аралашыуын кәметеү йәһәтенән әлегәсә булмаған сараларҙы тормошҡа ашырабыҙ.

— Республика халҡының күпселеген борсоған һорау: IКЕА (“ИКЕА”) сауҙа үҙәге ҡасан асылыр?

— Франция илсеһе IКЕА  төҙөгән һәм биләмәһенә Францияның ике дискаунтеры: Auchan (“Ашан”) һәм Lerua Merlin (“Леруа Мерлен”) урынлашасаҡ ҙур проектты эшкә ҡушыуҙың нисек барыуы хаҡында һораны. Мин насар тип дөрөҫөн әйттем. Әлбиттә, кешеләрҙе эшләргә мәжбүр итергә мөмкин тип иҫәпләп, оптимист булғанмын. Контроллек итеүсе ойошмаларҙы күҙ уңында тотам. Ошо биналарҙы, ҡоролмаларҙы ҡабул итеп алыу күҙлегенән, әүҙемерәк, һөҙөмтәлерәк эшләргә, әммә мин оптимист булып сыҡтым. Именлек мәсьәләләре барыһынан да өҫтөн булыуын аңлайым, ошо магазиндарға киләсәк кешеләрҙең именлеге мәсьәләләре хаҡында һүҙ ҙә юҡ. Әммә һәр нәмәлә айыҡ аҡыл булырға тейеш. Амбициялар үҙәккә ҡуйылған, кешеләрҙән аҡса талап иткән саҡта ул юғала. Был процестар ярайһы уҡ оҙаҡ дауам итһә, әлбиттә, миндә ризаһыҙлыҡтан башҡа тойғолар булыуы мөмкин түгел. Ҡайһы бер контроль-күҙәтеү структуралары етәкселеген алмаштырып, улар хәлде тейешенсә баһалай башлағас, эш алға китте. Мартта был сауҙа үҙәге эшләй башлаясағына ышанғым килә.

Был – һәр төрлө изге эште бюрократик элмәк, бюрократик ҡыҫымдар менән быуырға мөмкин икәнде асыҡ сағылдырған тағы ла бер һабаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер намыҫһыҙ чиновниктар йыш ҡына ошондай ысулдарҙы ҡуллана. Был – йәмғиәт өсөн ғәйәт ҙур хәүеф.

Кире миҫалдар ҙа бар. Талаптарҙы күрәләтә боҙоп төҙөлгән, етешһеҙлектәре бик күп булған биналарҙы бер көн эсендә ҡабул итеү осраҡтары бар. Ундайҙарҙы Өфөлә лә, Стәрлетамаҡта ла, Мәләүездә лә күрһәтә алам.

— Красноярск иҡтисади форумы барышында Өфөлә “РусГидро” менән Францияның “Альстом” машиналар эшләү компанияһының берлектәге предприятиеһын ойоштороу тураһындағы проекты сиктәрендә “Внешэкономбанк” менән меморандумға ҡул ҡуйылды. Был проектта “Внешэкономбанк”тың роле ниндәй?

— Башҡортостан Республикаһы, “Альстом” һәм “РусГидро”ның проекты бик ҙур. Бындай предприятиелар төҙөлә, шул иҫәптән заем средстволарына ла. Йөҙҙәрсә миллион евро хаҡында һүҙ бара. Бындай ресурстарҙы бер үк ваҡытта табыу еңел түгел. Шуға күрә Рәсәй Федерацияһында иң эре инвестицион структура булған “Внешэкономбанк” хеҙмәттәренән файҙаланырға мәжбүрбеҙ. Заемсылар, был осраҡта “РусГидро” һәм “Альстом” компанияһы – бик ышаныслы. Республика кредит алмай. Беҙ технопарк ойоштороуға үҙ өлөшөбөҙҙө бюджеттан тыш сығанаҡтар иҫәбенә индерәсәкбеҙ. Бындай сумманы түләргә мөмкинлегебеҙ бар.

— Рөстәм Зәки улы, Красноярскиҙа Һеҙ тау саңғыһы комплекстары төҙөү буйынса донъяла иң эре компания менән осраштығыҙ. Башҡортостанда ошондай тау саңғыһы үҙәге төҙөү перспективаһы тикшерелдеме?

— Францияның Gorimpeх компанияһы тау саңғыһы донъяһында киң билдәле. Рәсәй Федерацияһында улар бер нисә эре тау саңғыһы объектын: Сочиҙа, Красноярск крайында объекттар төҙөнө. Был объекттар бик яҡшы. Тау саңғыһы бизнесын ойоштора белгән ошондай эре инвесторҙы йәлеп итеү насар булмаҫ ине. Эште белгән компаньонға эйә булыу – беҙҙең өсөн, әлбиттә, ҙур уңыш. Эш шунда: бындай компаниялар тау саңғыһы комплекстарын тулыһынса үҙҙәре төҙөй: тау саңғыһы структураларын, шул иҫәптән тауҙа төшөү юлдарын, күтәргестәрҙе, ҡунаҡхана комплекстарын, артабан – инфраструктураны, һәм бынан тыш, ошо компания киләсәктә был ҡоролмаларҙы файҙаланыу менән дә шөғөлләнә. Ошо фирма вәкилдәре менән республикала осрашыу тураһында һөйләшеп килештек. Үҙебеҙҙең ҡеүәтте күрһәтергә теләйбеҙ, ә ул ғәйәт ҙур: бейек тауҙар ҙа, ҡар ҙа, уртаса һыуыҡтар ҙа етерлек. Быларҙың барыһы ла беҙҙең, асылда ойошоп килгән, тау саңғыһы кластерына конкуренция һәләтен һәм күркәмлек өҫтәй. Бындай проект республика өсөн файҙалы.

темалар: БР Президенты