5 декабрь, Дүшәмбе

21 февраль 2011 йыл, 9:56

Башҡортостан предприятиелары «Яҙғы мода һәм стиль аҙналығы»на саҡырылды

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмалары 2-6 мартта Ҡазанда үтәсәк «Яҙғы мода һәм стиль аҙналығы» күргәҙмәһенә саҡырылды.

Татарстан Республикаһының Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы хәбәр итеүенсә, «Яҙғы мода һәм стиль аҙналығы» XXII Еңел һәм туҡыу сәнәғәте тауарҙары махсус күргәҙмәһе «Рәсәй мода һәм стиль аҙналыҡтары» Туҡыу һәм еңел сәнәғәт тауарҙары милли баҙарын ойоштороу программаһы сиктәрендә үтә. Күргәҙмәне «Ростекстиль» концерны һәм «Текстильэкспо» (Мәскәү) ябыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә «Ҡазан йәрминкәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үткәрә.

Күргәҙмәлә ҡатын-ҡыҙҙар, ирҙәр һәм балалар кейемдәре коллекциялары, йорт әйберҙәре, эске кейем, күндән һәм мехтан изделиелар, аяҡ кейемдәре ҡуйыласаҡ. Күргәҙмә эшендә ҡатнашыу модельерҙарға, дизайнерҙарға, мода индустрияһы белгестәренә мода өлкәһендәге яңы йүнәлештәр һәм трендар менән танышыу мөмкинлеге бирә. Эшлекле программала семинарҙар, бизнес-осрашыуҙар, фирмаларҙы презентациялау, өҫ кейеме моделдәрен күрһәтеү планлаштырылған.

Былтыр Башҡортостан менән Татарстан республикалары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды, был, атап әйткәндә, сауҙа-сәнәғәт бәйләнештәрен үҫтереүҙе һәм ошондай күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуҙы күҙ уңында тота.