10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2011 йыл, 13:49

2011 – 2012 йылдарға төбәк һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһы хупланды

автор: "Башинформ"

16 февралдә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Александр Жуков үткәргән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фидус Ямалетдинов 2011 – 2012 йылдарға төбәк һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау программаһын тәҡдим итте.

Программа медицина ярҙамын камиллаштырыуҙың ҡайһы бер төп йүнәлештәрен үҫтереүҙе: һаулыҡ һаҡлау учреждениелары эшмәкәрлеген ҡулайлаштырыуҙы, медицина ярҙамы күрһәтеүҙең күп кимәлле моделен тормошҡа ашырыуҙы, матди-техник базаны нығытыуҙы, тармаҡты мәғлүмәтләштереүҙе, медицина ярҙамы өсөн түләүҙең яңы финанс механизмдарына күсеүҙе күҙ уңында тота.

Программаның төп йүнәлештәренең береһе – эре ҡала һәм үҙәк район дауаханалары базаһында муниципаль-ара махсус медицина үҙәктәре ойоштороу. Ошондай туғыҙ үҙәк халыҡтың үлем кимәле юғары булған хәл-шарттарҙа (ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙары, имгәнеүҙәр һәм ағыуланыуҙар) махсус медицина ярҙамы күрһәтәсәк.

— Муниципаль-ара медицина үҙәктәренең төп принцибы – бөтә хеҙмәттәрҙең, шул иҫәптән КТ, УЗИ, лабораторияларҙың тәүлек әйләнәһенә эшләүе, – тине Фидус Ямалетдинов Рәсәй Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә.

Ике йыл эсендә программаны тормошҡа ашырыу барышында, республика һәм федераль бюджеттарҙан берлектә финанслауҙы ла индереп, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 18 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү күҙаллана. Өҫтәүенә субсидияларҙың ҙур өлөшө медицина ярҙамы стандарттарын ғәмәлгә индереүгә йүнәлтеләсәк.

Һаулыҡ һаҡлау – ресурстарҙы күпләп талап иткән өлкәләрҙең береһе. Республика һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау, бер үк ваҡытта бюджет сығымдарын ҡулайлаштырып, тармаҡты финанслауҙы 30 процентҡа арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.

Раҫланған тәртипкә ярашлы республика һаулыҡ һаҡлау системаһын модернизациялау буйынса саралар үткәреү уға эйә булыу мөмкинлеген арттырасаҡ һәм сифатын яҡшыртасаҡ. Был, һис шикһеҙ, халыҡтың медицина хеҙмәттәренән ҡәнәғәт ҡалыуына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, тип хәбәр итә республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.