10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2011 йыл, 15:53

Өфөлә демография сәйәсәте проблемаларына арналған түңәрәк өҫтәл үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Көн элгәре Өфөлә «Башҡортостан Республикаһында демография сәйәсәте концепцияһы: үҫеш проблемалары һәм хоҡуҡи аспекттары» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Түңәрәк өҫтәлде ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Йәштәр йәмәғәт палатаһы сығыш яһаны.

Ултырышта Дәүләт Думаһы депутаттары, Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар һәм студенттар ҡатнашты.

Ултырыш барышында дәүләттең ғаилә институты ролен күтәреү, әсәлек һәм балалаҡты яҡлау буйынса стратегик пландары, республикалағы хәҙерге демография сәйәсәтенең хоҡуҡи аспекттары, демография проблемаларын хәл итеүҙә миграция сәйәсәтенең һөҙөмтәлелеге, Башҡортостан республикаһында Демография сәйәсәте концепцияһын тормошҡа ашырыуҙа урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт берекмәләренең һәм киң мәғлүмәт сараларының роле тикшерелде.  

— Ғаиләлә икенсе һәм өсөнсө бала тыуыуына этәргес бирерлек өҫтәмә саралар кәрәк, — тип билдәләне Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының белем биреү һәм тәрбиә эше буйынса проректоры Римма Федько. – Ғаиләнең матди мөмкинлектәренә һәм социаль-иҡтисади хәленә ҡарап,  ғаиләләрҙең 40 проценты икенсе һәм өсөнсө бала табырға теләмәй.

Ултырыш йомғаҡтары буйынса түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар менән Башҡортостандағы демографик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән рекомендациялар ҡабул ителде.