6 декабрь, Шишәмбе

18 февраль 2011 йыл, 13:53

Башҡортостандың ауыл райондарында күсемһеҙ милекте дәүләт теркәүенә урындарҙа документтар ҡабул итеү үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы буйынса Росреестр Идаралығы белгестәре күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүенә документтар ҡабул итеүҙе урындарға барып үткәрә. Сираттағы ошондай сара БР буйынса Ер кадастр палатаһы белгестәре ҡатнашлығында Туймазы районының төпкөл ауылдарында үтте.

Документтар ике көн дауамында ҡабул ителде. Был арала белгестәргә Япрыҡ һәм Илсембәт ауылдары халҡы мөрәжәғәт итте. Уларҙың күбеһе консультациялар алды һәм ер участкаларына хоҡуҡтарын «дача амнистияһы» буйынса дәүләт теркәүенә документтар тупланмаһы тапшырҙы. Шулай уҡ теләге булғандарҙың барыһы ла ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәү, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтар тапшырыу тәртибе һәм дәүләт пошлиналары күләмдәре мәсьәләләре буйынса тейешле мәғлүмәт ала алды.  

БР буйынса Росреестр Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, киләһе күсмә ҡабул итеүҙәр Илеш райондары ауыл биләмәләрендә буласаҡ.