Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Константин Толкачев Ауырғазы районында «Берҙәм Рәсәй» активы менән осрашты

Сәйәсәт

Ауырғазы районының хакимиәт үҙәге Толбазы ауылында «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе сәйәси Советы секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың партия активы һәм партия яҡлылар менән осрашыуы үтте. Осрашыуҙа партияның урындағы бүлексәләре һәм беренсел ойошмалары эше,  алдағы һайлауҙарға әҙерлек тикшерелде.

— Беҙҙең алда һайлау кампанияһы тора, уларҙа кандидаттарыбыҙҙың еңеүе төп һөҙөмтә булырға тейеш, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Беҙҙең бурыс үҙгәрешһеҙ ҡала: «Берҙәм Рәсәй» бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙа ла еңергә тейеш. Беҙ эшләй белеүебеҙҙе бер тапҡыр ғына иҫбатламаныҡ, хәҙер партияға тырышлығын икеләтә арттырыу талап ителә.  

13 мартта ауыл биләмәләре Советтары һайлауҙары үтергә тейешле Ауырғазы районында 206 депутат мандаты алмаштырыласаҡ, «Берҙәм Рәсәй»ҙән кандидаттар бөтөн депутат урындарына ла тиерлек дәғүә итә.

— Беҙҙең өсөн кеше һәр ваҡыт беренсе урында булды һәм булып ҡала, — тип билдәләне Ауырғазы районы хакимиәте башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзаһы Марат Ишемғолов. — Беҙ Ауырғазының һәр кешеһе оҙаҡ һәм бәхетле йәшәһен өсөн барыһын да эшләйбеҙ. Районда эшҡыуарлыҡ әүҙем үҫешә. Беҙ йәштәргә, йәш белгестәргә, йәш ғаиләләргә, эшселәр синыфына, пенсионерҙарға һәм ветерандарға әүҙем ярҙам итәбеҙ. Район халҡы һәр һайлауҙарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһы кандидаттарына тауыш бирә, сөнки белә — улар вәғәҙәһен үтәйәсәк.

Теги: партиялар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть