11 декабрь, Йәкшәмбе

16 февраль 2011 йыл, 9:13

ТӨРКСОЙ Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ойошма ағзаһы булырға тәҡдим итәсәк

автор: "Башинформ"

ТӨРКСОЙ  төрки телле халыҡтар мәҙәниәте министрлыҡтары халыҡ-ара ойошмаһы Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына ойошма эшендә күҙәтеүсе статусында ҡатнашыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәсәк.

ТӨРКСОЙ халыҡ-ара ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов һәм Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллинаның осрашыуы барышында ошо хаҡта белдерелде. Тәҡдим 15 февралдә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы вәкилдәре алдында яһалды.

— Рәсәй һәм төрки донъяһы күп быуаттар инде яҡын күршеләр булып тора. Уларҙың тарихы һәм мәҙәниәте бер-береһе менән һуғарыла, – тип билдәләне ТӨРКСОЙ вәкиле. – Төрки донъяһының мәҙәни байлығы Рәсәй Федерацияһы территорияһында әүәл-әүәлдән йәшәгән бик күп төрки халыҡтар менән бәйле.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры менән әңгәмә барышында шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса берлектәге эшмәкәрлек перспективалары тикшерелде. ТӨРКСОЙ генераль секретары делегацияның Башҡортостанға сәфәренә сәбәпсе булған ваҡиғаның – исеме донъяға билдәле шәрҡиәтсе ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл тулыуҙың әһәмиәтен билдәләне.

— Күренекле шәрҡиәтсе ғалимдың эшмәкәрлеге, уның киң билдәлелек алыуы һәм ғилми хеҙмәттәренең, баҫмаларының күплеге ойошмабыҙ етәкселегендә байтаҡ саралар үткәреү өсөн нигеҙ булды, – тине Дюсен Касеинов.

Атап әйткәндә, күренекле ғилми эшмәкәр иҫтәлегенә арналған конференциялар үткәреү шәрҡиәтсе ғалимдар хаҡында китаптар серияһы әҙерләүгә этәргес булды, тип билдәләне ул. Ошо серияның тәүге китабы Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Рәсәй ориенталистарына  арналасаҡ.

Дюсен Курбаевич шулай уҡ, Башҡортостан ойошманың иң әүҙем ағзаларының береһе булып тора һәм шуға күрә республиканың мәҙәни-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү өлкәһендәге һәр башланғысы һис шикһеҙ ТӨРКСОЙ тарафынан хупланасаҡ, тип билдәләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина үҙ сиратында, Башҡортостан – бик күп милли мәҙәниәттәр быуаттар буйы бергә йәшәгән һәм мәҙәни-ара диалог әүҙем үҫешкән республика, тип билдәләне. Вице-премьер әйтеүенсә, был халыҡ-ара ойошма сиктәрендә Башҡортостандың артабанғы эшмәкәрлеге өсөн нигеҙ булып тора, тип хәбәр итә БР Министрҙар Кабинетының матбуғат хеҙмәте.