9 декабрь, Йома

15 февраль 2011 йыл, 12:06

Башҡортостан журналистары Мәскәүҙәге Матбуғат балынан наградалар алып ҡайтты

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан журналистары делегацияһы йыл һайын үткәрелгән матбуғат балында ҡатнашты. Ул уҙған йома Мәскәүҙең Халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә булды. Бында киң мәғлүмәт сараларының “Рәсәйҙең алтын ҡауырһыны” наградаһына лайыҡ булған, шулай уҡ Рәсәй Журналистар союзы ойошторған төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған иң яҡшы хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

Матбуғат балында беҙҙең республиканан БР Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков, РФ Журналистар союзының Федерация советы ағзаһы Марсель Сәлимов, “Дуванский вестник” гәзите директоры-мөхәррире Владимир Никитин, “Юлдаш” редакция-нәшриәт комплексы директоры-мөхәррире Хәмит Нәбиев һәм башҡалар ҡатнашты.

Башҡортостан журналистары юғары наградаларға эйә булмаһа ла, уларҙың исемдәре бүләкләү тантанаһында бер нисә тапҡыр яңғыраны. Мәҫәлән, БР Экологтар союзы рәйесе Александр Веселовҡа экология тематикаһына төбәк һәм үҙәк киң мәғлүмәт сараларында сыҡҡан мәҡәләләре өсөн Рәсәй Журналистар союзының “Профессиональ оҫталыҡ өсөн” премияһы тапшырылды.

“Башинформ” агентлығы алдан хәбәр итеүенсә, Өфө журналисы Мадриль Ғәфүров 2010 йыл йомғаҡтары буйынса “Журналист тикшереүе” номинацияһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды.

“Уңыш стратегияһы-2010” конкурсының “Урындағы киң мәғлүмәт сараларына иң һөҙөмтәле ярҙам” номинацияһында Туймазы районы хакимиәте башлығы Рәшит Хәйруллин бүләкләнде.

“Кызыл таң” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Гөлнара Ғилемханова “Леди-жур” конкурсында дипломант булды. Ә “Башҡортостан” гәзитенән Динә Арыҫланова “Ауырлыҡты еңеү” Бөтә Рәсәй конкурсында иң яҡшы әҫәр  номинацияһында лауреат тип танылды.