8 декабрь, Кесе йома

18 февраль 2011 йыл, 11:12

Башҡорт дәүләт аграр университеты Асыҡ ишектәр көнө үткәрә

автор: Эльмира Сабирова

Башҡорт дәүләт аграр университеты шәмбелә, 19 февралдә, Асыҡ ишектәр көнө үткәрә. Сара Йәштәр һарайында (Юбилей мәҙәниәт һарайы) сәғәт 11-ҙә башлана.

Юғары уҡыу йортонан әйтеүҙәренсә, Асыҡ ишектәр көнө – һәр абитуриент ҡатнашырға тейешле сара. Ниндәй вузға һәм факультетҡа барасағын белгән йәштәр һайлауҙарының дөрөҫ булыуына инана, ә кемдәр кире уйлай – дөрөҫ ҡарарға килә ала.

Бынан тыш, был уҡыу йорто һәм уҡытыусылар, шулай уҡ уҡырға инеү, белем алыу һәм студент тормошо менән туранан-тура танышыу мөмкинлеге лә.  

БДАУ-ның ҡабул итеү комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, ректор, проректорҙар, декандарҙың сығыштары планлаштырылған. Улар абитуриенттарҙың һорауҙарына яуап бирәсәк һәм юғары уҡыу йорто хаҡында һөйләйәсәк. Сараға килеүселәр йәнә студенттарҙың үҙешмәкәр коллективтары сығыштарын ҡарай аласаҡ. Артабан теләге булғандарҙы факультеттар буйлап экскурсия көтә.