Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Муса Мортазин юбилейына күргәҙмә асылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында легендар комбриг Муса Мортазиндың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған архив документтары күргәҙмәһе асылды.

Экспозиция БР Йәмәғәт берләшмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған Муса Мортазиндың шәхси фондындағы документтарынан әҙерләнгән. Экспозицияла Мортазинға комбриг званиеһын биреү хаҡында бойороҡ менән танышырға мөмкин. Шулай уҡ уның Граждандар һуғышында ҡатнашыуын дәлилләүсе архив документары ла күп. Муса Мортазинды аҡлаусы документтарға айырым иғтибар бирелгән.

Күргәҙмәгә теләге булғандарҙың барыһы ла үтә ала.

Белешмә өсөн. Муса Лот улы Мортазин 1891 йылдың 20 февралендә тыуған. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарындағы яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә.  БАССР-ҙың хәрби эштәре буйынса халыҡ комиссары, Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, һуғыштан һуңғы емереклек һәм аслыҡ йылдарында республика халҡына баһалап бөткөһөҙ ҙур яҙам күрһәтә. 1937 йылда ҡулға алына һәм атып үлтерелә. 1956 йылда аҡлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть