11 декабрь, Йәкшәмбе

18 февраль 2011 йыл, 10:03

Һыуыҡтар арҡаһында Өфөлә ит йәрминкәләре кисектерелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан территорияһында 18 февралдән 24-нә тиклемге арала көтөлгән аномаль һыуыҡтар арҡаһында Башҡортостан Республикаһы

Ауыл хужалығы министрлығы Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрен икенсе ваҡытҡа күсерергә ҡарар итте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, улар республиканың баш ҡалаһында алдағы ял көндәрендә — 19-20 февралдә үтергә тейеш ине. Һөҙөмтәлә йәрминкәләр бер аҙнаға кисектерелеп, 26 — 27 февралдә үтәсәк.

Февралдәге ауыл хужалығы йәрминкәләре йола буйынса ҡаланың Дим, Калинин, Киров һәм Октябрь райондары майҙандарында үткәрелә.

Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәләр мөһим туҡланыу продукттарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу маҡсатында ойошторола. Ҡалала сауҙа итеүгә республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре саҡырылған, улар алыпһатарҙар хеҙмәтен ҡулланмай, тауарҙарын үҙҙәре һата, ошо арҡала ҡала халҡын ҡулайлыраҡ хаҡҡа ит менән тәьмин итә.

Өфөлә бынан алдағы ял көндәрендә үткән ит йәрминкәләрендә ауыл халҡы менән 152 тонна ит һатылғайны.