10 декабрь, Шәмбе

18 февраль 2011 йыл, 9:15

«Иң яҡшы төбәк гәзите-2010» конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә

автор: Любовь Колоколова

«Иң яҡшы төбәк гәзите-2010»V Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсына эштәр ҡабул итеү дауам итә. Конкурс Бөтә донъя редакторҙар форумы, «Новости» Рәсәй мәғлүмәт агентлығы һәм Халыҡ-ара журналистика үҙәге ярҙамында Бойондороҡһоҙ төбәк нәшриәтселәре ассоциацияһы менән берлектә “Яңы Евразия” фондының киң мәғлүмәт сараларына ярҙам итеү программаһына ярашлы үткәрелә.

Конкурста 2010 йылда баҫылған эштәр ҡатнаша. Материалдар түбәндәге номинациялар буйынса ҡабул ителә: «Иң яҡшы төбәк гәзите» (конкурстың төп номинацияһы), «Иң яҡшы аңлатма материал», «Иң яҡшы журналист тикшереүе», «Гәзит уҡыусылар менән иң яҡшы кире бәйләнеш»,  «Иң яҡшы фото», «Иң яҡшы акция», «Иң яҡшы редакция колонкаһы», «Иң яҡшы сайт», «Иң яҡшы балалар бите (йәки ҡушымтаһы)» һәм «Иң яҡшы йәштәр гәзите».

Билдәләнгән материалдар Рәсәй төбәк матбуғатында 2010 йылда баҫылған иң яҡшы эштәр йыйынтығына инәсәк.Конкурс йомғаҡтары буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк. Эштәрҙе ҡабул итеү ваҡыты 28 февралгә тиклем оҙайтылған.

Конкурс хаҡында ентеклерәк мәғлүмәт www.bestnewspaper.ru сайтында.