10 декабрь, Шәмбе

17 февраль 2011 йыл, 17:26

Өфөлә социаль объекттар төҙөлөшө һәм реконструкцияһы буйынса эш дауам ителәсәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Ағымдағы йылда бер нисә мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары төҙөлөшө һәм реконструкцияһы планлаштырылған. Был хаҡта Өфө мэрияһында үткән матбуғат конференцияһында ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте. Әлеге ваҡытта Өфөлә дүрт балалар баҡсаһы төҙөлә башланған, ә проекттарҙы тикшереп, конкурс процедураларын үткәргәндән һуң йәнә ете балалар баҡсаһы төҙөлөшөн башларға ниәтләйҙәр.  

— Мәктәптәргә килгәндә, республика ҡаҙнаһы средстволары иҫәбенә былтыр «Сипайлово-3» микрорайонында 825 урынлыҡ мәктәп төҙөлдә, 3-сө гимназияға капиталь ремонт һәм 39-сы гимназияға төкәтмә төҙөп, реконструкция ткәрелде,— тине беренсе вице-мэр. — Шулай уҡ ҡаланың 13 дөйөм белем биреү мәктәптәре ашханаларына капиталь ремонт үтте, яңы биҫтәләрҙәге өс мәктәптең һәм Совет районындағы 23-сө мәктәпкә реконструкция проекттары әҙерләнә. Бынан тыш Дим районындағы гимназияны һәм урта мәктәпте реконструкциялау һәм капиталь ремонт буйынса эштәр башланды.  

Уҙған йылда Өфөнөң Орджоникидзе районындағы 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының биш ҡатлы төп корпус бинаһына капиталь ремонт башҡарылды. Бер нисә ҡала дауаханаларында һәм поликлиникаларында ремонт эштәре үткәрелде. Ҡайһы бер объекттарҙа эштәр тамамланыуға бара.  

Ағымдағы йылға 4-се клиник инфекция дауаханаһының инфекция корпусын, Тимашев ҡасабаһында дөйөм практика офисын төҙөү планлаштырылған, 21-се ҡала клиник дауаханаһына һәм 1-се балалар поликлиникаһына капиталь ремонт үткәреләсәк.

Спорт объекттары төҙөлөшө мәсьәләләре лә ситтә ҡалманы. Атап әйткәндә, яһалма япмалы һәм тренажер-гимнастика комплекстары булған спорт майҙансыҡтары селтәре төҙөлөшө программаһының уңышлы тормошҡа ашырылыуына иғтибар бирелде. Бөгөнгө көндә ҡаланың барлыҡ райондарында бындай 25 майҙансыҡ булдырылған. Перспективала, 2010-2013 йылдарҙа төҙөү өсөн, Затон биҫтәһендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы, «Йүрүҙән» сауҙа үҙәге артында бассейны һәм яһалма япмалы футбол майҙаны буласаҡ спорт комплексы бинаһы төҙөлөшө буйынса проекттар экспертизаға ебәрелгән.