4 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2011 йыл, 16:00

Нордавианан ир-егеттәр бүләге: гүзәл заттар 5 һумға оса

автор: Ольга Мортазина

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан «Нордавиа» авиакомпанияһы бөгөнгө көндән алып 10 мартҡа тиклем «Ир-егеттәр бүләге» акцияһын үткәрә. Акцияла ҡатнашыу өсөн «Нордавиа» офистарында Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа һәм унан кирегә рейстарға билет һатып алырға кәрәк.

Акция шарттары буйынса ир-егет ҡатын-ҡыҙ менән бергә оса. Шул саҡта ул билетты түбән хаҡҡа ала аласаҡ, ә юлдашы өсөн билет уға биш һум ғына торасаҡ. Билеттар бер рейсҡа һәм бер датаға һатыла.  

«Ир-егеттәр бүләге»н һатып алған парҙар «Нордавиа»нан 500 һумға бүләк сертификаты ала. Йыл дауамында был сертификатты авиакомпания билетын һатып алғанда ҡулланырға мөмкин буласаҡ.  

Билеттар 21 февралдән 10 мартҡа тиклем башҡарыласаҡ рейстарға һатыла. Акция буйынса тарифтар яғыулыҡ өсөн йыйымдарҙы иҫәпкә алмай бирелгән.

«Ир-егеттәр бүләге» акцияһы буйынса экономкласс тарифтары:

Йүнәлеш                Бер йүнәлештә            Унда һәм кирегә

Архангельск — Мәскәү,

Мәскәү — Архангельск              1900               3290

Архангельск — Санкт-Петербург,

Санкт-Петербург — Архангельск  2600               4050

Сыктывкар — Мәскәү

Мәскәү — Сыктывкар              3300               6000

Сыктывкар – Санкт-Петербург,

Санкт-Петербург — Сыктывкар        2950                5400

Мурманск – Мәскәү,

Мәскәү — Мурманск                3300                 6150

Мурманск – Санкт-Петербург,

Санкт-Петербург — Мурманск      4100               7650

Пермь — Санкт-Петербург,

Санкт-Петербург — Пермь        4200                7500

Мәскәү — Өфө, Өфө — Мәскәү       3000               5000

Мәскәү — Норильск,

Норильск — Мәскәү               6500                 12900

Белешмә өсөн. «Нордавиа — төбәк авиалиниялары» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте Архангельскиҙа урынлашҡан, 2004 йылда ойошторолған. Компания акциялары тулыһынса «Аэрофлот — Рәсәй авиалиниялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте милкендә. Авиакомпания паркында 22 һауа судноһы иҫәпләнә, нигеҙҙә «Боинг 737» самолеттары.