11 декабрь, Йәкшәмбе

17 февраль 2011 йыл, 15:00

«Сода» үҙ продукцияһын «туранан-тура һатыуға» тотондо

автор: Сергей Захаров

«Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, БДБ илдәрендәге берҙән-бер аш содаһы етештереүсе, яңы «туранан-тура һатыу» сәйәсәтен алып бара. Уның төп маҡсаты — ҡулланыусыларға яҡыныраҡ булыу.

Компанияның матбуғат хеҙмәтенән аңлатыуҙарынса, бынан ары һатып алыусылар продукцияға телефон аша заказ бирә ала, был иһә документтар әйләнешен күпкә еңелләштерәсәк. Предприятие продукцияны һаҡлау урынына алып барып еткереүҙе лә үҙ өҫтөнә ала.  

Проект сиктәрендә аш содаһының һәм кер йыуыу онтағының тәүге тонналары ваҡлап һатыусылар келәттәренә алып барылған да инде.

Акционерҙар йәмғиәте белгестәре, һатып алыусылар менән туранан-тура аралашыу, таратыусылар сылбырын ҡыҫҡартыу уларҙың тауарына хаҡтарҙы кәмерәк итәсәк, тип ышана. Бынан тыш, үҙҙәренең автотранспорты ла эшһеҙ тормаясаҡ, йөк менән даими тәьмин ителәсәк.  

Февралдә старт алған яңы коммерция проекты ҡулланыусылар ихтыяждарын өйрәнеү нигеҙендә бөтөн продукция линейкаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, тип билдәләнеләр «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә.