Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан менән Һарытау өлкәһе 2011 – 2012 йылдарҙа хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм Һарытау өлкәһе губернаторы Павел Ипатов Башҡортостан Республикаһы менән Һарытау өлкәһе араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса 2011-2012 йылдарға Протоколға ҡул ҡуйҙы. Килешеү үҙе 2003 йылда төҙөлгән ине.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, килешеү — ябай формаллек түгел. Бөгөн Башҡортостан менән Һарытау өлкәһе араһында иҡтисади, социаль һәм мәҙәни өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған. Бындай бәйләнештәргә күп осраҡта Һарытау өлкәһендә ярайһы ҙур башҡорттар диаспораһы йәшәү факты ла булышлыҡ итә.  

— Һарытау өлкәһе менән беҙҙе эшлекле мөнәсәбәттәр һәм был территорияларҙа йәшәгән кешеләрҙең үҙ-ара тығыҙ аралашыуы бәйләй, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙ тауар әйләнешен, мәҙәни бәйләнештәрҙе арттырыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Ғөмүмән, төбәктәр араһындағы горизонталь мөнәсәбәттәр бөгөн үтә мөһим һәм ныҡ кәрәк. Сөнки ул ил туҡымаһын булдыра һәм уны сыҙамлы һәм ҡаҡшамаҫ итә.  

Павел Ипатов фекеренсә, ике төбәк иҡтисады оҡшаш. Башҡортостанда ла, Һарытау өлкәһендә лә ауыл хужалығы, машиналар эшләү, металлургия производствоһы үҫешкән.

— Шул уҡ ваҡытта Аллаһы Тәғәлә беҙгә нефть һәм газ бирмәгән, — тине Павел Ипатов. – Һәм ошо ресурстарға бай Башҡортостан беҙҙе тап ошо йәһәттән ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙең хеҙмәттәшлек иҡтисад планында ғына түгел, инновациялар менән алмашыу, гуманитар өлкәлә лә һөҙөмтәле буласаҡ, тип ышанам.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть