5 декабрь, Дүшәмбе

17 февраль 2011 йыл, 13:00

Рөстәм Хәмитов менән Франция компанияһы вәкилдәре Өфөлә «Ашан» үҙәге асыу перспективаларын тикшерҙе

автор: Сергей Захаров

VIII Красноярск иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ашан» француз компанияһы вәкилдәре менән осрашты. Осрашыуҙа Өфөлә «Мега» сауҙа-күңел асыу нигеҙендә төҙөлөүсе ошо уҡ исемдәге коммерция үҙәге асыу перспективалары хаҡында һүҙ барҙы. Үҙәк 2011 йылдың мартында файҙаланыуға тапшырыласаҡ, тип күҙаллана. Был хаҡта республика Президентының матбуғат секретары Артем Вәлиев хәбәр итте.

Белешмә өсөн. «Ашан» компанияһы (Франция) 1961 йылда ойошторолған. Бөгөнгө көндә ул донъялағы иң ҙур сауҙа селтәрҙәренең береһе. Уға бар донъя буйлап 380 гипермаркет, 664 супермаркет һәм ике меңдән ашыу бәләкәйерәк күләмдәге сауҙа нөктәләре тура килә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә француз компанияһының 14 гипермаркеты бар.