9 декабрь, Йома

17 февраль 2011 йыл, 12:02

Рөстәм Хәмитов VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

17 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов һәм республиканың рәсми делегацияһы ағзалары VIII Красноярск иҡтисади форумын асыу тантанаһында ҡатнашты. Тантана Карен Мурадян исемендәге «Себер» халыҡ-ара күргәҙмә үҙәгендә үтте.

Төбәк башлығының матбуғат секретары Артем Вәлиевтың хәбәр итеүенсә, Башҡортостан Президенты Красноярскиҙың яңы эшлекле үҙәгендә төҙөлгән  заманса күргәҙмә комплексын ҡараған. «Себер» күргәҙмә үҙәгенең дөйөм майҙаны – 45 мең квадрат метр.  

Рөстәм Хәмитов йәнә эре Рәсәй һәм халыҡ-ара компаниялары үҙҙәренең инновацион эшләнмәләрен тәҡдим иткән экспозиция менән танышты.