8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2011 йыл, 15:38

Мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн өҫтәмәләр һаҡланды

автор: "Башинформ"

Башҡортостанда мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын республикала 2011 йылдың            1 ғинуарынан ҡабул ителгән эшләүселәрҙең минималь килем кимәленә ярашлы хәлгә килтереүҙән тыш, ошо учреждениелар хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләрҙе һаҡлап ҡалыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Әүәлерәк билдәләнгән өҫтәмәләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн тәрбиәселәрҙең һәм тәрбиәсе ярҙамсыларының минималь эш хаҡының ошо өҫтәмәләрҙе иҫәпкә алмайынса 5500 һумға еткерелеүе тураһында ҡарар ҡабул ителгәйне. Шулай итеп, мәктәпкәсә учреждениелар хеҙмәткәрҙәре минималь эш хаҡынан тыш әүәлге күләмдә айлыҡ өҫтәмә алыуҙы дауам итәсәк, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек: 2010 йылдың 1 авгусынан Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡына айлыҡ өҫтәмәләр билдәләнде: тәрбиәселәргә – 1000 һум, кесе тәрбиәселәргә, тәрбиәсе ярҙамсыларына – 500 һум, бер һәм ике төркөмлө мәктәпкәсә мәғариф учреждениелары мөдирҙәренә – 500 һум.