8 декабрь, Кесе йома

15 февраль 2011 йыл, 12:08

Башҡортостан Президенты баскетболсылар менән осрашты

автор: Дмитрий Слезин | фото: Олег Яровиков һәм БР БФ

14 февралдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда баскетболды пропагандалаусылар — Олимпия чемпионы, “КЭС-Баскет” Рәсәй мәктәп баскетбол лигаһының почетлы президенты, Рәсәй Студенттар баскетболы ассоциацияһының вице-президенты Сергей Белов, “КЭС-Баскет” Рәсәй мәктәп баскетбол лигаһының генераль директоры Алексей Фролов, Башҡортостан Республикаһының Баскетбол федерацияһы директоры, республикалағы Студент баскетболы ассоциацияһы һәм  “КЭС-Баскет” мәктәп баскетбол лигаһы рәйесе Сергей Медведев менән осрашты. Республика башлығы менән осрашыуҙа республиканың йәштә сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин да ҡатнашты.

— Баскетбол Башҡортостанда бик популяр, — тип билдәләне баскетбол функционерҙары менән әңгәмәлә Рөстәм Хәмитов. – Эйе, беҙҙең профессиональ командабыҙ юҡ, әммә ихата спорты, мәктәп командалары кимәлендә баскетболға ҡыҙыҡһыныу ҙур. Республикала ысын баскетбол командаһы, йәғни квалификациялы уйынсылар барлыҡҡа килеүен теләйбеҙ.  

Быға яуап итеп, ватан баскетболының тере легендаһы Сергей Белов шулай тине:

— Беҙ Рәсәйҙә мәктәп спортын юғары кимәлгә күтәрергә, һәм бының өсөн әҙер продуктты ошо спорт төрө — баскетбол менән билдәләргә теләйбеҙ. Был миҙгелдә күмәк халыҡ ҡатнашлығында үткән ярыштарҙа – «КЭС-БАСКЕТ» мәктәп баскетбол лигаһы чемпионатында Рәсәйҙең 906 мәктәбе ҡатнаша.

Был уйынды республикала тағы ла нығыраҡ популярлаштырыу өсөн баскетболды үҫтереүҙең төбәк программаһын ҡабул итергә, бәлки, профессиональ команда ойоштороу хаҡында ла уйларға кәрәктер, — тип билдәләне Сергей Александрович.  

Белов был мәсьәләлә республика Президентының уларҙы тулыһынса аңлауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.