Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек программаһы раҫланды

Сәйәсәт

Башҡортостанда коррупцияға ҡаршы тороу системаһын артабан үҫтереү маҡсатында, республика Президенты Рөстәм Хәмитов 2011–2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында коррупцияға ҡаршы эш итеү программаһын раҫлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә программа сараларын ваҡытында тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү бурысы ҡуйылды, ә республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә ошондай уҡ муниципаль программалар эшләргә һәм раҫларға тәҡдим ителде.

Программаның үтәлешенә контроль Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса совет президиумына йөкмәтелде.

Программаның төп маҡсаттары — дәүләт власы органдары тарафынан үҙ функцияларын үтәгәндә һәм граждандарға, ойошмаларға дәүләт хеҙмәттәре күрһәткәндә коррупция кимәлен түбәнәйтеү; граждандар, йәмғиәт һәм дәүләттең законлы мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын коррупция менән бәйле хәүефтән яҡлауҙы тәьмин итеү; коррупцияға ҡаршы ижтимағи аң һәм коррупцияға кире мөнәсәбәт булдырыу.

Программаның дөйөм бюджеты 1 миллион 140 мең һум тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть