11 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2011 йыл, 17:59

Милли хәрәкәттәр һәм ойошмалар етәкселәре Рәсәй Президентына Өфө меморандумын күрһәтте

автор: "Башинформ"

11 февралдә, Өфөлә Дәүләт Советы Президиумы ултырышы үткәрелгән көндә, милли хәрәкәттәр һәм ойошмалар етәкселәре «Рәсәй халыҡтарының милләт-ара татыулығы һәм дуҫлығы тураһында» Өфө меморандумына ҡул ҡуйҙы. Документ Дмитрий Медведевтың милли хәрәкәт лидерҙары һәм ғалимдар менән осрашыуында тәҡдим ителде. Атап әйткәндә, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы рәйесе Илгиз Солтанморатов менән әңгәмәлә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев  бының изге эш булыуын билдәләне, меморандумды хупланы.

Документ авторҙары, Башҡортостан Республикаһының милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, «милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге эштәрҙең торошона бәйле хәүефләнеп, Тыуған илебеҙҙең яҙмышы өсөн яуаплылыҡты аңлап, балаларыбыҙҙың һәм ейәндәребеҙҙең, бөтә илдең киләсәге өсөн борсолоп, Рәсәй халыҡтарының тарихи берҙәмлегенә таянып», түбәндәгеләрҙе белдерҙе:

— Беҙ илдең күп милләтлелеген уникаль ҡиммәт, уның социаль-иҡтисади һәм рухи-мәҙәни үҫешенең ҡеүәтле факторы булараҡ, ә Рәсәй халыҡтарының күп быуатлыҡ дуҫлығын һәм татыулығын атай-олатайҙарыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған төп байлыҡ итеп ҡабул итәбеҙ; тыныслыҡҡа, үҙ-ара аңлашыуға, милләт-ара татыулыҡҡа һәм хеҙмәттәшлеккә һөйөүҙе юғары ҡиммәттәр булараҡ ҡабул итәбеҙ; асыҡ диалогка һәм проблемаларҙы тыныс юл менән генә хәл итеүгә ынтылышты раҫлайбыҙ; ксенофобия, милләтселек һәм дошманлыҡтың һәр төрлө күренештәрен тәнҡитләйбеҙ; бөтә милли, йәмәғәт, дини ойошмаларҙы милләт-ара татыулыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы ҡиммәттәрен эштә сағылдырып, йәштәр менән аңлатыу һәм тәрбиә эше алып барыуҙы ойошторорға, уларҙы йәмәғәт эшмәкәрлегенә йәлеп итергә саҡырабыҙ; киң мәғлүмәт сараларын, илдең барлыҡ граждандарын милләт-ара мөнәсәбәттәрҙең киҫкенләшеүенә булышлыҡ итеүсе һәр төрлө ғәмәлдәрҙән тыйылырға, «ҡыҙыу» темаларға уйлап ҡағылырға, йәмғиәттә тарҡалыш булдырмаҫҡа, граждандарҙың милләте менән спекуляция ҡылмаҫҡа, туғанлыҡтың этик нормаларын һаҡларға, көндәлек тормошҡа тыныслыҡ һәм татыулыҡ булдырырға саҡырабыҙ; дәүләтте Рәсәй халҡын, уларҙың уникаль мәҙәниәттәрен һәм телдәрен һаҡлап ҡалыуға  һәм артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә саҡырабыҙ.

«Рус түгелмен, ләкин россиянмын», – мәшһүр башҡорт шағиры Мостай Кәримдең ошо һүҙҙәре күп быуатлыҡ туғанлығыбыҙҙы һәм тарихи бөтөнлөгөбөҙҙө аныҡ сағылдырып, илебеҙҙәге һәр граждандың аңына күптән һеңгән. Беҙҙе уртаҡ ер, уртаҡ яҙмыш, ата-бабалар бәйләй. Илебеҙҙе артабан да һаҡлап ҡалыу, уның иҡтисадын, социаль һәм рухи өлкәһен, күп милләтле мәҙәниәтте үҫтереү өсөн барыһын да эшләйек, – тиелә Өфө меморандумында.

Меморандум авторҙары Рәсәйҙең һәр гражданын ошо ынтылышта уларҙы яҡларға, реаль аҙымдар һәм аныҡ эштәр менән дуҫлығыбыҙҙы һәм берҙәмлегебеҙҙе нығытырға саҡыра.

Документҡа Башҡортостан Республикаһының милли йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡул ҡуйҙы:

«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы; Башҡортостан рустары соборы; «Ватаным» Башҡортостан республика бүлексәһе; Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы; Башҡортостан сыуаштары канашы (съезы); «Башҡортостан татарҙары» йәмәғәт ойошмаһы союзы; Башҡортостан Республикаһы татарҙарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы; Башҡортостан Республикаһының «Дустлик» үзбәк милли-мәҙәни үҙәге; БР «Эрвел Марий» төбәк мари милли-мәҙәни автономияһы; Башҡортостан Республикаһы удмурттарының республика милли-мәҙәни үҙәге; Башҡортостан Республикаһының мордва милли-мәҙәни автономияһы; Башҡортостан Республикаһының фин-уғыр халыҡтары ассамблеяһы; Башҡортостан украиндарының «Кобзарь» республика милли-мәҙәни үҙәге; Башҡортостан украиндарының милли-мәҙәни автономияһы; Башҡортостан Республикаһы немецтарының «Видергебурт» ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-ағартыу союзы; Башҡортостан белорустарының «Спадчына» республика милли-мәҙәни үҙәге; БР «Ала-Тоо» ҡырғыҙ мәҙәниәте үҙәге төбәк йәмәғәт ойошмаһы; «Татар мырҙалары йыйылышы» йәмәғәт ойошмаһы; «Аҡ тирмә» башҡорт милли мәҙәниәте үҙәге; Башҡортостан Республикаһының И. Сомони исемендәге тажик милли-мәҙәни үҙәге; «Рож» курдтар милли-мәҙәни үҙәге; БР «Кодру» молдовандар милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы; БР-ҙа «Ш. Руставели исемендәге грузин милли-мәҙәни үҙәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы; БР «Барт» чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге; «Урал» башҡорт халыҡ үҙәге; Республика латыш милли-мәҙәни үҙәге; БР «Кохав» йәһүд йәмәғәт ойошмаһы; БР «Нур-Отан» ҡаҙаҡ милли-мәҙәни үҙәге” төбәк йәмәғәт ойошмаһы; БР әзербайжан милли-мәҙәни үҙәге; Башҡортостан крәшендәренең милли-мәҙәни үҙәге; БР сыуаш мәҙәниәте йәмғиәте; БР «Севан» әрмән милли-мәҙәни үҙәге; «Башҡортостан Республикаһының Афған берҙәмлеге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы; Башҡортостандың поляк милли-мәҙәни үҙәге; Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте; БР Р. Ғамзатов исемендәге Дағстан милли-мәҙәни үҙәге; «Башҡортостан ирандары» йәмәғәт ойошмаһы; Башҡортостан Республикаһының вьетнам граждандары йәмғиәте; БР төркмән милли мәҙәниәте үҙәге; БР «Рамазан» төрки-ағартыу үҙәге; «Аҡ Бата» ҡаҙаҡ милли мәҙәниәте үҙәге; БР «Сәхибъямал» татар ҡатын-ҡыҙҙары йәмәғәт ойошмаһы; фин-уғыр халыҡтары ассоциацияһы.