5 декабрь, Дүшәмбе

10 февраль 2011 йыл, 18:08

БР мосолмандары Диниә назараты Башҡортостан Президентына Мысырҙар студенттарҙы ҡайтарыуҙы ойошторған өсөн рәхмәт белдерҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

БР мосолмандарының Диниә назараты Мысырҙан студенттарҙы алып ҡайтыуҙы ойошторған өсөн республика Президенты Рөстәм Хәмитовҡа Рәхмәт хаты ебәрҙе.

“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы! – тиелә Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәтуллиндың хатында. – Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты төбәгебеҙҙең бөтә мосолмандары исеменән сыуалыштар менән солғап алынған Мысырҙан Башҡортостан студенттарын ваҡытында алып ҡайтыуҙы ойошторған өсөн Һеҙгә рәхмәт белдерә. Үҙҙәре өсөн үтә лә ҡатмарлы ваҡытта күрелгән хәстәрлек махсус рейс менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан студенттарҙың, уларҙың ата-әсәләре һәм яҡындарының күңелендә рәхмәт тойғоһо уятты. Бындай аҙым йәштәрҙә тәрән ватансылыҡ һәм ил, республика етәкселегенә ҡарата оло хөрмәт  тойғоһо тәрбиәләүҙә яҡшы һабаҡ булыр”.