Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мәғариф өлкәһендә һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы оптималләштереү үткәрелә

Йәмғиәт

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдарҙы ҡыҫҡартыуҙы һәм оптималләштереү барышында алынған аҡсаны уҡытыусыларҙың эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтеүҙе талап итте.

«Мәғариф өлкәһендәге сығымдарҙы оптималләштереү менән тыныс, планға ярашлы, хис-тойғоларһыҙ шөғөлләнергә кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Тәү сиратта кластарҙағы уҡыусылар һанына иғтибар итергә кәрәк. Класта икешәр, өсәр, дүртәр бала уҡыған мәктәптәр бар, ә республика буйынса 115 класта ни бары берәр уҡыусы ғына иҫәпләнә».

Яҡынса баһа буйынса Башҡортостанда мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдар йылына 5 миллиард һум тәшкил итә ала, тип хәбәр итә республика башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть