Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү программаһы раҫланды

Сәйәсәт

Башҡортостанда «2011-2013 йылдарға Башҡортостан Республикаһында терроризм һәм экстремизмды иҫкәртеү» республика маҡсатлы программаһы ҡабул ителде. Хөкүмәттең тейешле ҡарарына төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы.

Программаның тәү сираттағы бурыстары араһында — социаль-сәйәси, дини, этник ерлектәге бәхәстәрҙе иҫкәртеү һәм уларға юл ҡуймау буйынса сараларҙы әүҙемләштереү. Атап әйткәндә, мәғлүмәт-аңлатыу эштәренә, дәүләт власы органдарынан тыш, йәмәғәт берекмәләрен, дәүләткә ҡарамаған структураларҙы, киң мәғлүмәт сараларын, ғалимдарҙы, конфессияларҙы йәлеп итеү күҙаллана.

Халыҡ менән террористик һәм экстремистик эшмәкәрлекте иҫкәртеүгә, бындай күренештәргә кире мөнәсәбәт булдырыуға, уяулыҡты арттырыуға, граждандарҙың хоҡуҡи белем һәм хоҡуҡи мәҙәниәт кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән тәрбиәүи эш алып барыу ҙа — өҫтөнлөклө эштәр иҫәбендә, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть