4 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2011 йыл, 11:04

Республика аграрийҙары яғыулыҡ-майлау материалдарын ташламалы хаҡ менән аласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева

Ауыл хужалығы етештереүселәре өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарына ташламалы хаҡтар быйыл да һаҡланасаҡ. Был хаҡта «Рәсәй Федерацияһы яғыулыҡ-энергетика комплексының 2010 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар тураһында»ғы кәңәшмәлә РФ Хөкүмәте рәйесе  Владимир Путин белдерҙе.

Премьер–министр, ташлама 2010 йылдың ноябрендәге хаҡтың 10 процентын тәшкил итергә тейеш, тип билдәләне. Ә был бөгөнгө хаҡтан яҡынса 30 процент ташлама яһалырға тейешлеген аңлата. Абсолют һандарҙа, тимәк, ауыл хужалығы етештереүселәре10 миллиард һум күләмендә ярҙам аласаҡ.

Был сара 2010 йылда ҡоролоҡтан зыя күргән агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. РФ Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Владимир Путин яҙғы сәсеүҙе уңышлы үткәрергә мөмкинлек бирергә, буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.