11 декабрь, Йәкшәмбе

15 февраль 2011 йыл, 10:18

«Россельхозбанк» Башҡортостанда кредит ресурстары күләмен арттырырға ниәтләй

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Рәиф Баҙыҡов

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Дмитрий Патрушев менән осрашыу үткәрҙе. Осрашыу сиктәрендә республика һәм банк араһында Хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы төбәктең Россельхозбанк менән һөҙөмтәле эшләргә ниәтләүен билдәләне.

— Беҙгә арзан һәм оҙайлы ваҡытҡа иҫәпләнгән кредиттар кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

Дмитрий Патрушев һүҙҙәренсә, банк Башҡортостанда кредитлау системаһын камиллаштырырға, кредит ресурстары күләмдәрен арттырырға йыйына.

— Бөгөнгө көндә кредит портфелебеҙ 12 миллиард һум тәшкил итә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.  – Йыл аҙағына ул ике тапҡырға артыр, тип ышанам.

Россельхозбанк идараһы рәйесе алдағы сәсеү эштәренә ҙур иғтибар бирҙе:

— Был йүнәлештә беҙ Башҡортостандың ауыл хужалығы өсөн файҙалы кредиттар бирергә әҙербеҙ. Беҙ уларҙы биреү тәртибен ябайлаштырҙыҡ. Шул иҫәптән ставкаларҙы 9-11 процентҡа тиклем кәметтек. Аграрийҙарға кредит биреү эшен артабан да дауам итергә планлаштырабыҙ.        

«Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте илдең иң эре банктары иҫәбенә инә һәм Рәсәй агросәнәғәт комплексын кредитлаусылар араһында алдынғы урынды биләй, ә филиалдар селтәре күләме буйынса икенсе урында килә. Уның арсеналында тиҫтәләгән кредит программалары бар: банк малсылыҡ, үҫемлекселекте, ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуҙы әүҙем кредитлай. Россельхозбанк йәнә бәләкәй агробизнес үҫешенә — шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарға етди ярҙам күрһәтә.