3 декабрь, Шәмбе

15 февраль 2011 йыл, 9:52

Ит йәрминкәләрендә Өфөлә 152 тонна ит һатылды

автор: Ғәлиә Нәбиева

Өфөлә ял көндәрендә үткән ит йәрминкәләрендә ауыл халҡы менән 152 тонна ит һатылды. «Башинформ» агентлығына баш ҡала хакимиәтенең Ҡулланыусылар баҙары идаралығы начальнигы Зөлфиә Ишбулдинаның хәбәр итеүенсә, ҡатнашыусылар һаны уҙған ял көндәре менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк булған. Дүрт сауҙа майҙанында 814 сауҙа урыны йәйелдерелгән. Был юлы Өфө халҡына үҙ продукцияһын республиканың 25 районы аграрийҙары тәҡдим итте. Әлшәй һәм Благовар райондары баш ҡалаға тулы аҙыҡ-түлек ылауҙары ебәргән.  

Һыйыр ите элеккесә ҙур һорау менән ҡулланды һәм ике йәрминкә көнөндә ул 90 тоннанан ашыу һатылды. Сусҡа ите – 37 тонна, йылҡы ите – 19,5 тонна, 13 тонна ҡош ите һатылды. Һарыҡ итенә иң аҙ күләм тура килә – 4,5 тонна.

Подукцияның муллығына ҡарамаҫтан, ауыл халҡы хаҡтарҙы төшөрөргә ашыҡманы. Сөнки ҡоролоҡло йәй һәм мал аҙығы арҡаһында малсылыҡ продукцияһының үҙҡимәте ныҡ күтәрелде. Бер килограмм һыйыр ите өсөн — 180-240 һум, сусҡа итенә — 150-180 һум, йылҡы итенә – 160-220 һум, һарыҡ итенә 160-250 һум һоранылар.