6 декабрь, Шишәмбе

14 февраль 2011 йыл, 14:30

Башҡортостанда 92% орлоҡ сәсеү кондицияһына еткерелгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостан аграрийҙары яҙғы баҫыу эштәренә әүҙем әҙерлек алып бара. Эштәрҙең төп йүнәлештәре араһында — орлоҡто сәсеүгә әҙерләү. «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары бүлеге баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиевтың хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә 92% орлоҡ материалы сәсеү кондицияһына еткерелгән. Ауыл хужалығы предприятиеларында орлоҡ әҙерләү эшен дауам итәләр.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылғы сәсеү эштәренә аграрийҙар 278 мең тоннанан ашыу иген һалған. Агротехник хеҙмәттән әйтеүҙәренсә, был сама орлоҡ күләме яҙғы сәсеү үткәреүгә тулыһынса етәсәк. Шулай ҙа ужымды ҡайтанан сәсеү талап ителеүе ихтимал. Әле белгестәр орлоҡ һатып алыу варианттарын барлай.  

Республикала яҙын йәмғеһе 1 миллион 200 мең гектар майҙанда иген сәсеү планлаштырыла. Күп йыллыҡ үләндәр һәм техник культураларҙы иҫәпкә алғанда ике миллион гектарҙа сәсеү үткәреләсәк.