Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«БР территорияһында ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә килтереү тураһында»ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай «Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә килтереү тураһында» Башҡортостан Республикаһы Законы проектын йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим итә.

Закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Башҡортостандың Урал аръяғы райондарына эш сәфәре йомғаҡтары нигеҙендә уның ҡушыуы буйынса әҙерләнгән.  Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында граждандар парламент спикерына йорт малдарын көтөү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүен һорап мөрәжәғәт иткән ине.  

Закон проекты халыҡ теләктәрен иҫәпкә ала һәм малсылыҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән, атап әйткәндә ул ауыл хужалығы малдарын ветеринар теркәүҙе (паспортлаштырыуҙы) һәм маркировкалауҙы (тамға һалыуҙы) күҙ уңында тота.  

Закон проектына ҡағылышлы фекерҙәрҙе 2011 йылдың 31 мартына тиклем sagro@gsrb.ru электрон адресына йәки Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46 адресына ебәрергә мөмкин.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть