9 декабрь, Йома

14 февраль 2011 йыл, 12:56

Стәрлетамаҡта ит йәрминкәһендә продукция ҙур һорау менән файҙаланды

автор: Әнисә Абдуллина

Стәрлетамаҡта баҙар алдындағы майҙанда ит йәрминкәһе үтте. Көндөң һалҡын тороуына ҡарамаҫтан, халыҡ күп йыйылды. Һыйыр, сусҡа, һарыҡ ите, субпродукттар, ҡош ите – йәрминкәлә иттең бөтә төрө лә бар ине.

Иртәндән алып майҙанда матур көй ағылды, сағыу кейемле мәҙәкселәр үтеп барыусыларҙы йәрминкәгә саҡырҙы. Ҙур булмаған сәхнәлә Ҡала мәҙәниәт һарайы ижади коллективтарының концерт программаһы башланды. Һәм йәрминкәгә килгән халыҡ бейеп күңел асырға ла өлгөрҙө.

Йәрминкәлә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш, Әлшәй райондарынан ауыл хужалығы етештереүселәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда улар һатыуға 3,5 мең килограмм һыйыр ите, ике мең килограмдан ашыу сусҡа ите, 1,5 меңәр килограмм йылҡы һәм һарыҡ ите, 400 килограмм ҡош ите алып килде. Ауыл хужалыҡтары тауарҙарын үҙҙәре һатҡанға күрә, хаҡтар күпкә осһоҙораҡ булды. Йылҡы һәм һыйыр итенең килограмын — 210 һумдан, сусҡа итен 165 һумдан алырға мөмкин ине.

темалар: йәрминкәләр