11 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2011 йыл, 17:55

Рәсәй Президенты Өфөнөң Беренсе собор мәсетендә булды

автор: Евгений Рәхимҡолов, Тимур Рәхмәтуллин

Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Өфөнөң Беренсе собор мәсетендә һәм Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты резиденцияһында булды.

Дәүләт башлығы мәсетте ремонтлау барышын ҡараны һәм республика Президенты Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин менән әңгәмә үткәрҙе. Һөйләшеү илдә һәм республикала милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡты нығытыу темаһына ҡағылды.

— Башҡортостан – төрлө милләт һәм дин кешеләре күп быуаттар дауамында бер-береһе менән тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгән төбәк ул, – тине Президент Дмитрий Медведев. – Милләт-ара берҙәмлеккә һәм тыныслыҡҡа булышлыҡ итеү һәр саҡ дәүләт хәстәрлеге булды. Беҙ артабан да ошо берҙәмлекте нығытыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ.

Дмитрий Медведев әйтеүенсә, бөгөн илдә ошо тыныслыҡты юҡҡа сығарырға тырышҡан мөгөҙлө лә, ике аяҡлы ла “шайтандар” етерлек. Уларға ҡаршы һүҙ менән түгел, ә эш менән көрәшергә кәрәк, тигән фекерҙә Рәсәй Президенты.

Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин билдәләүенсә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты бәхәсле хәлдәр тыуған осраҡта тәү сиратта һүҙ менән эш итә. РФ Президентының ҡарашын юғары мөфтөй дөйөм алғанда хупланы.

Тәлғәт Тажетдин Дмитрий Медведевҡа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты тарихы тураһында һөйләне, нәзәкәтле итеп биҙәлгән шамаилдарын, ҡала төҙөлгән осорҙа Өфөнөң тәүге мәсете сағылған һүрәтте күрһәтте.

БР Президенты һәм юғары мөфтөй менән әңгәмәләшкәндән һуң Дмитрий Медведев Диниә назараты мөфтөйәте менән аралашты һәм иҫтәлеккә фотоға төштө.