Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.13 ↑

EUR 69.56 ↑

24 август, Кесе йома

Уфа   °

23 февралдә һәм 8 мартта нисек ял итәбеҙ?

Йәмғиәт

БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, байрам көндәре менән бәйле, 2011 йылдың 23 феврале, 6, 7 һәм 8 марты ял көндәре буласаҡ.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көндәре булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 5 авгусындағы «2011 йылда ял көндәрен күсереү тураһында»ғы 600-сө ҡарары менән ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында ял көнө — шәмбе 5 марттан дүшәмбе – 7 мартҡа (байрам алды көнөнә) күсерелде.  

Шишәмбе 22 февралдә һәм шәмбе 5 мартта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпускы бирелгәндә байрам көндәре — 23 февраль һәм 8 март отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.

Теги: ял
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть