4 декабрь, Йәкшәмбе

14 февраль 2011 йыл, 9:00

Дмитрий Медведев Рөстәм Хәмитов менән эшһеҙлекте кәметеү юлдарын тикшерҙе

автор: Ольга Мортазина

Өфөлә Дәүләт Советы Президиумы ултырышы сиктәрендә Рәсәй Президентының Башҡортостан Президенты менән протокол осрашыуы булды. Президенттар уны эш менән тәьмин итеү тураһындағы мәсьәләгә арнаны.

— Эшһеҙлек проблемаһын нисек хәл итеүегеҙ хаҡында белергә теләйем, – тине Дмитрий Медведев.

— 2010 йылда хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә башланы, – тине республика башлығы. – Рәсми статистика буйынса, эшһеҙлек 2 процент самаһы тәшкил итә. Йәшерен эшһеҙлек кеүек күренеш бар, минеңсә, ысынбарлыҡта был күрһәткес 8 процентҡа етә. 2010 йылда 1,5 мең эш урыны булдырылған. Беҙҙең бурыс – киләһе дүрт-биш йылда 30-35 мең эш урыны булдырыу. Быны тормошҡа ашырыу юлын аңлайбыҙ. Мәҫәлән, ауыл хужалығындағы эшһеҙлек. Үҙҙәренең шәхси хужалығында эшләһәләр ҙә, күп кенә кешеләр эшһеҙ тип иҫәпләнә. Байтаҡ ауыл хужалығы проекты уйланылған. Беҙ шулай уҡ бәләкәй бизнесты үҫтереү өҫтөндә әүҙем эш башланыҡ.

— Йыш ҡына проблемалар тәүге көсөргәнешлекте бөтөрөү, средстволар һалыу юлы менән хәл ителә. Һеҙ дөрөҫ фекерләйһегеҙ, – тине Дмитрий Медведев. – Иң мөһиме – яңы производстволар асыу. Эш урындары коммерция өлкәһендә генә булдырылырға тейеш түгел. Күптән түгел был проблеманы Хөкүмәт менән тикшерҙек. Бәләкәй бизнес буйынса бер нисә программа бар. Улар төбәктәр менән берлектә тормошҡа ашырылырға тейеш. Был программалар финанс бүлеүҙе күҙ уңында тота.