Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөгә ТӨРКСОЙ делегацияһы килә

Йәмғиәт

15 — 16 февралдә Өфөгә Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) делегацияһы килә. Был рәсми визит Башҡортостан Республикаһында Әхмәтзәки Вәлиди Туған көндәрен үткәреү сиктәрендә планлаштырылған.

Төркиә делегацияһы составына ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара төрки мәҙәниәт ойошмаһының генераль секретары Дюсен Касеинов, ТӨРКСОЙ ойошмаһы генераль секретары урынбаҫары Фырат Пурташ,Төркиә Республикаһының мәҙәниәт һәм туризм министры урынбаҫары Кемаль Фахир Генч, Анкараның Кечиорен районы мэры Мустафа Ак, Төркиә бизнес-берләшмәһе һәм мәҙәниәте вәкилдәре инә.  

Визит сиктәрендә Башҡорт дәүләт аграр университетына, Өфө ҡалаһының 84-се балалар баҡсаһына барыу планлаштырылған. Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы Хакимиәте менән Төркиә Республикаһы Анкара ҡалаһының Кечиорен районы Хакимиәте араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса ниәттәр тураһында протоколға ҡул ҡуйыу тантанаһы төп сараларҙың береһе буласаҡ.

Протокол иҡтисад, ауыл хужалығы, мәғариф, туризм, фән һәм техника, социаль мәсьәләләр өлкәһендә ике яҡҡа ла отошло хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән саралар үткәреүҙе, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота.

Делегация визиты программаһына шулай уҡ Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындарын, сәнғәт оҫталары концертын ҡарау индерелгән, тип хәбәр иттеләр Өфө Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть