5 декабрь, Дүшәмбе

11 февраль 2011 йыл, 14:12

«Рәсәй саңғы юлы-2011» Башҡортостанда 12 һәм 13 февралдә үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Алдағы ял көндәрендә традицион ҡышҡы ярыш — күмәк халыҡ ҡатнашлығында XXIX Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2011» саңғы ярыштары үтәсәк.

Өфөлә ул ике көн дауамында — 12 һәм 13 февралдә барасаҡ.

Быйыл «Рәсәй саңғы юлы» республиканың баш ҡалаһында бишенсе тапҡыр ойошторола. Бөтә Рәсәй «Рәсәй саңғы юлы-2011» күләмле саңғы ярыштарына Өфөлә ун меңдән ашыу кеше сығыуы көтөлә, шуларҙы биш меңе —республика ҡалаларында.

Ярыштарҙа мәктәп уҡыусылары, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары, ҡала ойошмалары һәм предприятиелары, дәүләт учреждениелары вәкилдәре, саңғы спортын үҙ итеүселәр ҡатнашасаҡ.

12 февралдә ярыштар Өфөнөң биш районында үтәсәк (барыһында ла ул сәғәт 12-лә башлана): Дим районы, «Баланово» урман паркы зонаһы, Киров районы, «Ҡояшлы» пляжы, Ленин районы, «Водник» стадионы, Совет районы, Ботаника баҡсаһы районындағы Уваров аҡланы, Октябрь районы, «Ҡашҡаҙан» паркы.

Ярыштарҙың төп старты 13 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында үтә (башлана 12 сәғәттә), унда Орджоникидзе һәм Калинин райондары вәкилдәре ҡатнаша, шулай уҡ Өфөнөң башҡа райондарынан, Башҡортостандың ҡала һәм райондарынан теләге булғандарҙың барыһы ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

Бында тәүгеләрҙән булып 2014 метрлыҡ дистанцияла VIP-уҙышта ҡатнашыусылар (предприятиелар һәм ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль учреждениелар етәкселәре) һәм спорт менән дуҫ ғаиләләр стартҡа сыға.

Икенсе булып 3 километр араға 7 — 17 йәштәрҙәге малайҙар һәм егеттәр стартҡа сығасаҡ.

Өсөнсө булып 3 километрлыҡ дистанцияла 7 — 17 йәштәрҙәге ҡыҙҙар ҡатнаша.

IV ярыштарҙа 18 һәм унан өлкән ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар стартҡа сығасаҡ.

Иң өлкән һәм иң йәш ҡатнашыусы махсус бүләк аласаҡ. Ғаиләләрҙең  дистанциялағы һөҙөмтәләре суммаһы буйынса беренсе өс ғаилә наградланасаҡ.

«Биатлон» комплексындағы тантанала Бәләкәй Олимпиа утын тоҡандырыу ҙа планлаштырыла.

Шулай уҡ 13 февралдә «Биатлон» спорт-һауыҡтырыу комплексында ярыштарҙы асыу тантанаһынан һуң Рәсәйҙә Олимпиада хәрәкәтенең йөҙ йыллығына арналған «Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт!» спорт байрамы башланасаҡ.

«Ихата чемпиондары лигаһы. Ҡышҡы старт!» ярыштарында Өфөләге балалар-үҫмерҙәр клубтары командалары, шулай уҡ теләге булған 12 — 16 йәштәрҙәге үҫмерҙәр ҡатнашасаҡ.