11 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2011 йыл, 13:00

Ял көндәре ҡарлы һәм һыуыҡ буласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостанда йома, 11 февралдә, кискә табан көндәр һыуытасаҡ. Гисметео мәғлүмәте буйынса, республикала һауа температураһы минус 18 градусҡа тиклем төшәсәк. Ял көндәрендә һыуыҡ һауа торошо һаҡланасаҡ.

Шәмбе, 12 февралдә, төбәктә 21 градус һалҡын буласаҡ. Кискеһен минус 25 градусҡа тиклем һыуытыуы көтөлә. Йәкшәмбегә ҡарай төндә тағы ла һалҡынайтасаҡ –минус 27 градусҡа етәсәк. Көндөҙ һауа бер аҙ йылынып, термометр минус 18 градус күрһәтәсәк.

темалар: һауа торошо