4 декабрь, Йәкшәмбе

11 февраль 2011 йыл, 12:41

Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Рәсәй йәмғиәтендә  милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышы алдынан Конгресс-холда милли ихаталар күргәҙмәһе асылды.

Республиканың милли һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәре ҡунаҡтарға үҙҙәренең экспозицияларын — Башҡортостанда йәшәгән халыҡтырҙың торлағын, эске йыһаздарын, кейем, сувенирҙар, милли аш-һыуын тәҡдим итә. Бында йәмғеһе 10 милли ихата күрһәтелгән. Улар араһында башҡорт, рус, татар, сыуаш, мари, удмурт һәм башҡа халыҡтарҙыҡы бар.

Бынан тыш, Конгресс-холдың икенсе ҡатында Башҡортостан Милли музейы раритеттары экспозицияһы ла урын алған.