4 декабрь, Йәкшәмбе

10 февраль 2011 йыл, 15:27

Ағасты ситкә сығарыуға махсус контроль булдырыласаҡ

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенән урман ресурстарын төбәктән законһыҙ сығарыуға юл ҡуймау буйынса сараларҙы көсәйтеүҙе талап итте.

Миҫалға республика Президенты райондарҙың береһендәге хәлде килтерҙе. Бында дәүләт предприятиеһы аффилирланған структуралар аша ағасты күрше өлкә бизнесмендарына һатҡан.

“Беҙ һеҙҙең менән программалар яҙғанда мутлашыу схемалары эшен дауам итә. Хатта генетик резервтарҙы – ағастарҙың иң яҡшы өлгөләрен ҡырҡыуға тиклем барып еттеләр. Был урманға ҡарата юғары дәрәжәлә вәхшиҙәрсә  мөнәсәбәт. Ресурстарҙы оятһыҙ рәүештә урлайҙар икән, бер ниндәй ҙә программалар ярҙам итмәйәсәк. Генетик резервтарҙы һаҡларға, ҡаршылыҡтар, кордондар булдырырға кәрәк”, – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Президенты ағас һатыуҙың “һоро” схемаларын бөтөрөүҙе талап итте. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был бурысты тормошҡа ашырыуға хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә кисекмәҫтән тотонорға кәрәк, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.