6 декабрь, Шишәмбе

10 февраль 2011 йыл, 16:23

Төбәктә социаль әһәмиәтле туҡланыу продукттарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу буйынса эш дауам итә

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың башланғысы буйынса үткәрелгән төп туҡланыу продукттарына хаҡтарҙы тотороҡландырыу буйынса саралар сиктәрендә Башҡортостанда “Социаль кәрзин” акцияһы 2011 йылдың 1 ғинуарынан 1 апреленә тиклем оҙайтылды.

Акцияла республиканан 30 тауар етештереүсе, шулай уҡ селтәр структуралары һәм сауҙа предприятиеларының 900-гә яҡын магазины ҡатнаша. Әле улар менән социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә иң ҙур сауҙа өҫтәмәләрен  5 процентҡа тиклем кәметеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.

Бынан тыш, төп икмәк етештереүселәр менән үткән кәңәшмәлә республика етәкселеге икмәккә хаҡты арттырмау һәм уларҙы, һис юғында, 2011 йылдың сентябренә тиклем әлеге кимәлдә һаҡлап ҡалыу бурысын ҡуйҙы. Республиканың федераль интервенция фондынан 6,8 мең тонна иген бүлдереүгә өлгәшелеүе лә (тоннаһына кәмендә 4 мең һум менән) быға булышлыҡ итәсәк. Был игендән 5 мең тоннанан ашыу он етештереү планлаштырыла, һәм ул, үҙ сиратында, икмәк-ҡалас ризыҡтары баҙарында хаҡтарҙың артыуын тотҡарлау мөмкинлеген бирәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, йыл башынан алып беренсе һәм икенсе сортлы ондан бойҙай икмәгенә хаҡтарҙың үҫеш кимәле 10 процент, арыш, арыш-бойҙай икмәгенә 5 процент тәшкил иткән.

Республика аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәл Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың шәхси контролендә тотола. 2011 йылдың ғинуарында төбәк башлығы контроллек итеүсе ведомстволарға төп туҡланыу ризыҡтарына аҙна һайын хаҡтар мониторингы үткәрергә һәм уның һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итергә ҡушты, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

темалар: БР Президенты