9 декабрь, Йома

11 февраль 2011 йыл, 12:15

«Башкирнефтепродукт» яғыулыҡ хаҡын кәметте

автор: Сергей Захаров

10 февралдә 17 сәғәттә «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте дизель яғыулығына ваҡлап һатыуҙағы хаҡтарҙы литрына 25 һум 80 тиндән 25 һум 50 тингә тиклем кәметте.

Был хаҡта предприятие Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең БР буйынса территориаль идаралығына хәбәр итте, тинеләр күҙәтеү ведомствоһынан.