7 декабрь, Шаршамбы

11 февраль 2011 йыл, 10:00

Өфөлә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Рәсәй Дәүләт советы Президиумы ултырышы үтәсәк

автор: Сергей Захаров, Тимур Рәхмәтуллин

11 февралдә Өфөлә ил Президенты Дмитрий Медведев рәйеслегендә «Рәсәй йәмғиәтендә  милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса саралар тураһында»ғы мәсьәлә буйынса Дәүләт советы Президиумы ултырышы үтәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 декабрҙә Мәскәүҙә, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советының һәм Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм демографик сәйәсәт буйынса комиссияһының берлектәге ултырышында, Рөстәм Хәмитов  Рәсәй Президенты Дмитрий Медведевҡа Дәүләт Советы Президиумының милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһе буйынса ултырышын тап Башҡортостанда үткәрергә тәҡдим итте.

Рөстәм Хәмитовтың ул ваҡытта билдәләүенсә, «был теманың көнүҙәклеге илдә экстремистик рухтағы дини һәм милли хәрәкәттәрҙең әүҙемләшә барыуы менән аңлатыла». Уның фекеренсә, «башҡа төбәктәр менән республика милләт-ара мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлаша алыр ине».  

Башҡортостанда 2011 йылдың Милләт-ара атыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителеүе лә юҡҡа түгел.  

Рәсәй Дәүләт советы Президиумының Башҡортостанда йыйылғаны булманы. 2007 йылдың 11 октябрендә Өфөлә көн тәртибендәге «Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдарының төбәктәрҙең иҡтисади үҫеше өсөн инвестициялар йәлеп итеү буйынса эшмәкәрлеге тураһында» мәсьәләһе буйынса Дәүләт советы ултырышы үтте.

Шулай итеп, 11 февралдә Башҡортостанда беренсе тапҡыр РФ Дәүләт советы Президиумы ултырышы үтәсәк.

Белешмә өсөн. Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы — ил тормошондағы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереүсе РФ Президенты ҡарамағындағы кәңәшмә органы. Ул 2000 йылдың 1 сентябрендә дәүләт башлығы Указы менән ойошторолдо.  

Дәүләт советы Президиумы ашығыс мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн йыйыла. Уның составы Рәсәй Президенты менән билдәләнә һәм ярты йылға бер тапҡыр үҙгәртелергә тейеш.

Был орган Дәүләт советының эш планын, уның сираттағы ултырышының көн тәртибен ҡарай, Дәүләт советының эш планы һәм уның ҡарарҙарының үтәлешен анализлай.

Дәүләт советы Президиумы ултырыштары зарурлыҡҡа ҡарап үткәрелә, әммә, ҡағиҙә булараҡ, айына бер тапҡырҙан һирәгерәк түгел.

РФ Дәүләт советы тураһындағы Положениеға ярашлы, 2000 йылдың 1 сентябренән Рәсәй субъекттарының юғары вазифалы кешеләре (дәүләт власының юғары башҡарма органдары етәкселәре) уның ағзалары булып тора. Ил Президенты — Дәүләт советының һәм уның Президиумының рәйесе.

Президиум ағзалары һигеҙ федераль округ вәкилдәренән тәғәйенләнә.

Президиумдың әлеге составына, ул 2010 йылдың 20 декабрендә билдәләнде, Якутия Президенты Егор Борисов, Ярославль өлкәһе губернаторы Сергей Вахруков, Коми Президенты Вячеслав Гайзер, Ростов өлкәһе хакимиәте башлығы (губернатор) Василий Голубев, Ямал-Ненец автономиялы округы губернаторы Дмитрий Кобылкин, Дағстан Президенты Магомедсалам Магомедов, Иркутск өлкәһе губернаторы Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инә.