Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала ғинуарҙан бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы артты

Иҡтисад

2011 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда минималь эш хаҡы 5500 һум күләмендә билдәләнде. Бер үк ваҡытта бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы кимәлен күтәреү маҡсатында уларҙың минималь окладтары күләмен 6,5 процентҡа арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Ошо маҡсатҡа ағымдағы йылда бюджеттан 4 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Дмитрий Медведевтың 2011-2013 йылдарҙа бюджет сәйәсәте тураһында бюджет мөрәжәғәтнамәһе менән 2011 йылдың 1 июненән дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләү фондын арттырыу ҡаралған. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов инициативаһы буйынса республиканың бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре арттырылған эш хаҡын йыл башынан ала башлаясаҡ, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәҫәлән, республика райондарында уҡытыусыларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы 12 631 һум тәшкил итә, минималь окладтарҙы арттырғандан һуң мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре 13452 ала башлаясаҡ. Табиптар Башҡортостанда эш хаҡы арттырылғанға тиклем уртаса 21668,83 һум ала ине, хәҙер был сумма 23077,3 һумға тиң буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть