Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы раҫланды

Иҡтисад

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән 2011 йылда хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә йүнәлтелгән республика өҫтәмә саралар программаһын раҫланы.  

Программаны ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм үҙ-үҙеңде эш менән тәьмин итеүгә бүленгән средстволар иҫәбенә 3482 даими эш урыны булдырылырға тейеш. Эштән бушатылыу хәүефе янаған 417 хеҙмәткәр өсөн алдан һөнәри белем биреү ойоштороласаҡ, 209 инвалидҡа һәм инвалид балалар тәрбиәләгән ата-әсәләргә эшкә урынлашыуҙа булышлыҡ ителәсәк. Программа һөнәри белем биреү учреждениеларының 1818 сығарылыш уҡыусыларына стажировка ойоштороуҙы, 147 табипҡа ҡайтанан һөнәри әҙерлек үткәреүҙе, өс йәшкә тиклем бала ҡарау буйынса отпускыла булған ҡатындарға квалификация күтәреүҙе ойоштороуҙы күҙаллай.

Программаны финанслауҙың дөйөм күләме 324 миллион һумдан ашыу сумманы тәшкил итәсәк, шуларҙан яҡынса 286 миллион һумы — федераль ҡаҙнанан, 38 миллионы республика ҡаҙнаһынан бүленгән, тип хәбәр итә төбәк башлығының матбуғат хеҙмәте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть