9 декабрь, Йома

10 февраль 2011 йыл, 15:31

Республиканың агросәнәғәт комплексы предприятиелары тауар интервенцияларында ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Шаршамбы, 9 февралдә, Рәсәй интервенция фонды игенен һатыу буйынса сираттағы сауҙа үтте. Унда Башҡортостан агросәнәғәт комплексы предприятиелары ла ҡатнашты. Сауҙаға 2008 йылғы уңыштан 37 лот бишенсе класс игене сығарылды. Һәр лотта 135-әр тонна фураж игене. Фондтың Башҡортостандың биш элеваторында һаҡланған игене һатылды. Биржа сауҙаһында ҡатнашыуға республика агросәнәғәт комплексының 11 предприятиеһы аккредитация үткәйне.

«Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының аҙыҡ-түлек баҙары һәм тармаҡ ойошмалары менән бәйләнештәр бүлеге начальнигы Валерий Беловтың хәбәр итеүенсә, сауҙаға сығарылған 5 мең тонна самаһы иген һатылған. Биржа хеҙмәткәрҙәре һатып алыусыларҙың исемен атамай.

Республика предприятиеларынан тыш сауҙа сессияһында Свердловск, Силәбе һәм Киров өлкәләре аграрийҙары ла ҡатнашты. Сауҙа дүрт майҙанда – Түбәнге Новгородта, Һамарҙа, Мәскәүҙә һәм Екатеринбургта алып барылды.

Киләһе сауҙа ҡасан үтәсәк, ғөмүмән, ул булырмы, әйтеүе ауыр. Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев шаршамбы көндө инфляцияны тотҡарлаусы тәү сираттағы саралар буйынса кәңәшмәлә сауҙаны туҡтатып торорға ҡарар итте. Осрашыу барышында аҙыҡ-түлек баҙарындағы хәлдәргә айырым иғтибар бирелде.

Хәлдәр торошо һәм ниндәй саралар күрелеүе хаҡында Президентҡа иҡтисади үҫеш министры Эльвира Нәбиуллина һәм Хөкүмәт Рәйесенең беренсе урынбаҫары  Виктор Зубков хәбәр итте.

Эльвира Набиуллина аҙыҡ-түлек менән бәйле хәлдәрҙең өҫтәмә саралар талап итеүен билдәләне. Бындай өҫтәмә саралар күрелгән дә инде – иң тәүҙә бында интервенциялар хаҡында һүҙ бара. 4 февралдә башланған интервенцияларҙың кисә өсөнсө сауҙаһы үткән. Игенгә һорау бар.

Рәсәй Хөкүмәте интервенция фонды игенен һатыуҙың ике механизмын файҙаланырға ҡарар итә. Биржа механизмынан тыш иген туранан-тура төбәктәргә таратыла. Игенгә хаҡ төшөүен тикшереү өсөн биржа сауҙаһын ҡулланырға ҡарар ителә. Ләкин хаҡтар төшмәне.  

— Ул ваҡытта ниңә  һеҙ игенде сауҙа аша таратырға булдығыҙ? – тип асыуланды Дмитрий Медведев. — Алығыҙ ҙа, бөтөн төбәктәргә бүлеп бирегеҙ.  

Рәсәй Президенты, игендең бер өлөшө айырымлап таратыуға киткән, шуға ла игенгә хаҡтар төшмәне, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

— Әгәр һеҙ артабан сауҙа үткәреүҙе мөмкин түгел тип иҫәпләйһегеҙ икән, ул ваҡытта игенде һәр төбәккә адреслы бүлеү яҡшыраҡ. Ләкин был баҙарға хас сара түгел.  Тураһын әйтәм – был коррупция хәүефен тыуҙыра. Шуға күрә иген тиң хоҡуҡтар нигеҙендә таратылһын өсөн барыһын да эшләргә кәрәк, юғиһә тигеҙһеҙлек булдырыуыбыҙ ихтимал.