10 декабрь, Шәмбе

10 февраль 2011 йыл, 14:32

Республика ҡышҡы ваҡытһыҙ ҡала

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәйҙең башҡа төбәктәре кеүек үк, Башҡортостанға ла ҡышҡы ваҡытһыҙ ҡалырға тура киләсәк. Ул бөтөн ил территорияһында башҡаса индерелмәйәсәк. Был хаҡта шишәмбе көндө Мәскәүҙә йәш ғалимдар, фән һәм инновациялар өлкәһендә 2010 йылғы Рәсәй Президенты премиялары лауреаттары менән осрашыуҙа Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев белдерҙе. Был яңылыҡ тиҙ арала Рәсәйҙең алдынғы киң мәғлүмәт сараларына таралды.  

Дмитрий Медведев фекеренсә, ҡышҡы ваҡыттан баш тартыу бөтөн төбәк халҡына файҙаға ғына буласаҡ. Ул йылына ике тапкыр сәғәт күсереүгә бәйле уңайһыҙлыҡтарҙан арындырасаҡ, көн дә оҙонораҡ буласаҡ. Дмитрий Медведев әйтеүенсә, ҡышҡы ваҡыт 2011 йылда уҡ бөтөрөлә — көҙгөһөн Рәсәйҙә сәғәт күсерелмәйәсәк. Дмитрий Медведев ил Хөкүмәтенә ҡышҡы ваҡыттан баш тартыуҙы регламентлаусы тейешле норматив акттар әҙерләүгә  күрһәтмә бирҙе.

2010 йыл дауамында ҡышҡы вакытҡа күсеүҙән баш тартыу менән бергә Рәсәйҙә сәғәт бүлкәттәре иҫәбен кәметеү мәсьәләһе ил һәм төбәктәр етәкселеге, йәмәғәтселек тарафынан, киң мәғлүмәт сараларында ла тикшерелде. «Башинформ» агентлығының күп мәҡәләләре лә ошо темаға арналды. Ньюсмейкерҙарҙың күбеһе ҡышҡы ваҡыттан баш тартыуҙы хупланы. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, киреһенсә, йәйге вакыттан баш тартыу яклы: http://www.bashinform.ru/news/332017/. Әммә нисек кенә булмаһын, яҙлы-көҙлө сәғәт уҡтарын күсереүҙән баш тартырға кәрәклеген барыһы ла тиерлек хупланы.

Сәғәтте йәйге һәм ҡышҡы ваҡытҡа күсереү практикаһы күп илдәрҙә ҡулланыла.  Һәм был илдәрҙең барыһында ла ваҡыты менән уның маҡсатҡа ярашлылығы хаҡында бәхәстәр булып ала. Әйткәндәй, Советтар Союзы тарҡалғандан һуң бойондороҡһоҙ дәүләт статусын алған бер нисә союздаш республика ла йыл һайын сәғәт уҡтарын күсереүҙән баш тартты.

темалар: ҡышҡы ваҡыт