Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 63.01 ↓

26 май, Йома

Уфа   °

Учалы районында БР мосолмандары Диниә назараты уҡыусыларға ислам тәғлимәтен өйрәтә

Сәйәсәт

Учалы районында Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге вәкиле мәктәп уҡыусыларына ислам тәғлимәттәрен аңлата. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына БР мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арсланов хәбәр итте.

Йәштәр бүлегенең Учалы районындағы вәкиле  Илфат Ишембәтов аҙна дауамында Учалы районы мәктәптәре буйынса йөрөп, йәштәр менән дини ҡиммәттәр хаҡында әңгәмә алып бара. Ул алкоголизм, тәмәке тартыу һәм наркоманияның зыяны хаҡында дини күҙлектән сығып һөйләй.

— Беҙҙең вәкил традицион ислам тәғлимәттәрен аңлата һәм йәштәрҙе дини экстремизмдан тыя, — ти Йәштәр бүлеге етәксеһе. – Лекциялар 4 февралдә башланды һәм 11 февралдә тамамланасаҡ.

Айнур Арсланов әйтеүенсә, БР мосолмандары Диниә назараты үҙ вәкилдәренә  мәктәп директорҙары исеменә лекция үткәреүгә рөхсәт биреүҙәрен һорап яҙылған хаттар бирә. Әлегә бер директор ҙа ризаһыҙлығын белдермәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть